Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәшен һәм көслө ел вәғәҙә итһәләр ҙә...

Бөгөн, 7 июлдә, Башҡортостанда көслө яуым-төшөм көтөлә. Был хаҡта республика синоптиктары хәбәр итә. Июлдең тәүге йәкшәмбеһендә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Шулай уҡ ҡайһы бер муниципалитеттарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына өс-һигеҙ метр тиҙлектә иҫәсәк, көндөҙ – урыны менән секундына 14 метрға етәсәк. Алдағы төндә һауа температураһы 14, 19 тәшкил итәсәк, көндөҙ йәнә 27, 32 градусҡа тиклем эҫе буласаҡ. Тимәк асыҡ урындарҙа йәнә +40-ҡаса етәсәк. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығың Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр ителеүенсә, төндә һәм иртән юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшәсәк, уның арҡаһында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмейәсәк. Дүшәмбенән эҫе бер аҙ һүрелер тип көтөлә. Оҙайлы прогнозда һауа температураһы бер аҙнанан ғына нормаға килә һәм ямғырҙар менән оҙатыласаҡ тиелә. Ләкин был пландарҙың тормошҡа ашмауы ихтимал – синоптиктар, иң юғары аныҡлыҡ – яҡындағы 2-3 көнгә фараздар, тип иҫкәртә. Ә әлеге эҫе көндәрҙә тышҡа бик сыҡмаҫҡа тырышығыҙ. Үҙегеҙ менән һыу булһын, башығыҙҙы ҡаплағыҙ. Фото: Әлиә Хужәхмәтова.