Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең төбәктәр советының күсмә ултырышында һәм йәштәр слетында ҡатнашты. Көн тәртибендә үткән йылға йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, алдағы осорға эш бурыстары билдәләнде. Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе ағзаларына әүҙем хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шуларҙың береһе - Ильвира Әнис ҡыҙы Ғарипова, Дәүләкән районының 7-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең география уҡытыусыһы, “Рус география йәмғиәте” ойошмаһының урындағы бүлексә рәйесе. - Мин 2015 йылдан Бөтә Рәсәй “Рус география йәмғиәте” ойошмаһы ағзаһы булып торам. Республикала тәүгеләрҙән булып 2016 йылда уның Дәүләкән районында урындағы бүлексәһен астыҡ. География уҡытыусыһы булараҡ, геология түңәрәген ойошторҙом, йәмғиәттең төбәк бүлексәһе, район етәкселеге ярҙамында геология музейын астыҡ, бөгөн уның етәксеһе булып торам, “Рус география йәмғиәте” ойошмаһының урын
Үҙ эшен мөкиббән яратҡан педагог ҡына уҡыусыларҙа фәнгә һөйөү тәрбиәләй ала
6 июля 20246 июл 2024
2
2 мин