Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рус география йәмғиәтенең төбәктәр советының күсмә ултырышында һәм йәштәр слетында ҡатнашты. Көн тәртибендә үткән йылға йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәләренең эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, алдағы осорға эш бурыстары билдәләнде. Ултырышты асып, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһенең Попечителлек советы рәйесе Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы тәбрикләне, республика баш ҡалаһының 450 йыллығы алдынан Өфөлә шундай ҙур сара үткәреүгә ышаныс белдергәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. – Сараның Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында үтеүе осраҡлы түгел. Тап ошонда Рус география йәмғиәтенең беҙҙең бүлексәһенең штаб-фатиры урынлашасаҡ. Был йәмғиәтте яратабыҙ, әүҙем хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Рус география йәмғиәтенең тарихы 1845 йылдан башлана. Уның башында билдәле тикшеренеүселәр – Иван Крузенштерн, Фердинанд Врангель, Фёдор Литке тора. Улар барыһы ла Рус география йәмғиәтенә нигеҙ һалыусылар, – тине Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе