Найти тему
Башҡортостан гәзите

Халыҡтарҙы бергә туплаясаҡ

ТУРИЗМ Бөгөн Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды. Был ваҡиға аша тарихыбыҙҙың һәм халҡыбыҙ мираҫының ни тиклем тәрән, бай булыуына, уның республикабыҙ ғына түгел, халыҡ-ара йәмәғәтселек өсөн дә мөһим булыуына инандыҡ. Ҙур тарихи-мәҙәни проект тормошҡа ашырыла 2022 йылдың 3 авгусында Торахан мавзолейы биләмәһендә Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу буйынса күсмә кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров түбәндәгеләрҙе әйткәйне: - Беҙ ҙур асыштар алдында торабыҙ. Халҡыбыҙ тарихының асылмаған серҙәре бик күп. Йәштәр тарихыбыҙҙы, этнографияны, ата-бабаларының боронғо көнкүрешен белһен өсөн Евразия күсмә цивилизациялар музейы булдырырға ҡарар иттек. Әле үҙәктең тәүге сираты ғына асылыуына ҡарамаҫтан, уның ни тиклем бай, туристарға ҡыҙыҡлы ҡомартҡыбыҙ булыуы күренә. Ғөмүмән, республикабыҙҙа бындай объект барлыҡҡа килеп, йәнтөйәгебеҙҙең үткәне, донъя тарихында мөһимлеге яңы яҡтан асылды. Шүлгәнташ таш быуатты сағылдырһа, Евразия күсмә цивилизациялар музейы бронза һәм тимер быуаттар осорон күрһәтә. Был проекттар аша Радий Хәбиров Башҡортостандың Евразия тарихында лайыҡлы урын биләүе өсөн көс һала. Тап республика етәксеһенең ярҙамы, иғтибары менән Евразия күсмә цивилизациялар музейы һымаҡ проекттар аша Башҡортостан үҙенең йөҙөн үҙгәртә. Республикабыҙ кешелек цивизизацияһы барлыҡҡа килгәндән алып Евразия этностарының һәм мәҙәниәттәрнең үҙ-ара бәйләнеш урыны булған. Визит-үҙәктең майҙаны 650 квадрат метр тәшкил итә. Евразия күсмә цивилизацияларының буласаҡ музейының визит-үҙәгендә тарих артефакттарының бәләкәй экспозицияһы, лекция амфитеатры, кафе һәм балалар зонаһы булдырылған. Торахан кәшәнәһенә ҡарай 620 метр оҙонлоҡта ағастан йәйәүлеләр һуҡмағы эшләнгән. Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейы – Башҡортостандағы иң ҙур тарихи-мәҙәни проекттарҙың береһе. Ә музейҙың нигеҙен Алтын Урҙалағы Торахан һәм Хөсәйенбәк таш кәшәнәләре биләйәсәк. Визит-үҙәкте асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров музей комлексы булдырыу проектының әһәмиәтен атаны: - Бөгөн беҙ республика өсөн мөһим объект – Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәген асабыҙ. Был - ҙур фәнни проекттың башы. Борон беҙҙең ата-бабалар күсмә халыҡ булған һәм Евразияла йәшәгән күсмә ҡәбиләләр берләшмәһенә ингән. Урта быуаттағы Торахан, Хөсәйенбәк кәшәнәләре боронғо цивилизация үҙәктәренең береһе булып торған. Бынан Волга Болғарынан Урта Азия, Себер яҡтарына сауҙа үҙәктәре үткән. Сикһеҙ киңлектәр буйлап хәрәкәт итеп, күсмә халыҡтар ҡәбиләләрҙе, ерҙәрҙе берләштереү буйынса махсус миссия үтәгән, башҡорт этносын формалаштырған. Визит-үҙәкте асыу тантанаһында сараның почетлы ҡунаҡтары ла сығыш яһаны. Улар рәтендә федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, Рәсәйҙең һәм сит ил ғалимдары, тикшеренеүселәре, традицион конфессияларҙың рухи лидерҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре булды. “Башҡорт шәле”нең дә танытмаһы бар Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова музей комплексының тарихи объекттарының әһәмиәтен билдәләне: - Республика етәкселеге башланғысы буйынса тормошҡа ашырылған проект төрлө илдәрҙең тарихсыларын, археологтарын берләштерәсәк һәм тәрән ғилми тикшеренеү өсөн майҙансыҡҡа әүереләсәк. Комитет рәйесе былтыр Роспатенттың Башҡортостанға “Башҡорт аты” исеменә хоҡуҡты теркәүен хәтергә төшөрҙө. Был юлы Лилиә Ғүмәрова Радий Хәбировҡа “Башҡорт шәле” исеменә дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ тапшырҙы. Визит-үҙәкте асыу тантанаһында Татарстандан, Үзбәкстандан, Ҡырғыҙстандан, Монголиянан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан ҡунаҡтар ҡатнашты. Сит ил ҡунаҡтары араһында Ҡырғыҙстандан килгән Замира Бегалиева менән аралашыу форсаты тейҙе. Ул – Ҡырғыҙстан Милли тарихи-музейы директоры урынбаҫары. - Башҡортостанға беренсе тапҡыр килдем. Һеҙҙең мәҙәниәтегеҙ ҙә, тәбиғәтегеҙ ҙә бик оҡшаны. Төрлө музейҙарҙа булып өлгөрҙөк һәм оҡшашлыҡ тойҙом. Һеҙҙәге ҡайһы бер экспонаттар беҙҙә лә бар. Мәҙәниәттәребеҙ бик оҡшаш. Визит-үҙәкте лә күрҙем. Музейығыҙ экспонаттарығыҙ менән тулылана барһын. Беҙ ҙә ярҙам итербеҙ. Бөгөн беҙ ҡырғыҙҙарҙың боронғо ат эйәрен бүләк иттек, - тип һөйләне ханым. Визит-үҙәкте асыу тантанаһы сиктәрендә буласаҡ Евразияның күсмә цивилизациялары музейына Ғосман Ҡөрьәне һәм Остромир Евангелиеһы күсермәләре тапшырыу ҙа сараны байытты. Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегия тикшеренеүҙәр институты социомәҙәниәт анализы үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре Александр Кобыскандың визит-үҙәк асылыу уңайынан фекере урынлы булды: -Визит-үҙәк асылыуы ғалимдар өсөн күптән көтөп алған ваҡиға булды. Археологтар ғына түгел, тарихсылар, этнографтар, төркиәтселәр өсөн дә. Был проект үҫешкән мәлдә уның концепцияһы яңырҙы. Тәүҙә уны Көньяҡ Уралдың күсмә мәҙәниәте үҫешенең төрлө осорҙарын сағылдырған артефакттарҙы һаҡлаусы археологик йүнәлештә итеп ҡабул иттек. Артабан уның тематикаһы киңәйҙе. Музей менән бер рәттән йылҡысылыҡ, боронғо яҙыуҙар ҙа өйрәнелә. Ландшафтҡа һаҡсыл мөнәсәбәт бында Визит-үҙәк асылған көндө күптәр был урынға тәүге тапҡыр килгәндер. Евразия күсмә цивилизациялар музейы директоры Николай Григорьев барыһының да ланшафтҡа бик һаҡсыл мөнәсәбәттә эшләнеүен билдәләне һәм Торахан кәшәнәһенең үҙенсәлектәрен әйтте. - 14-15-се быуаттарҙа ата-бабалар кәшәнәне төҙөгән урын осраҡлы һайланмаған. Ул ҡалҡыулыҡҡа менһәң, 10 километр йыраҡлыҡта тирә-яҡ күренеп тора. Кәшәнәгә әле һуҡмаҡтың тура ғына һалмауыбыҙҙың үҙ сере бар. Был кәшәнә эргәһендә ҡәберлек булыуына бәйле. Ул археологтар тарафынан өйрәнелә. Ата-бабалар ҡәбере өҫтөнән йөрөмәҫ өсөн юл ошолай һалынды. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы үҙенсәлек тураһында әйтер инем. Урындағы халыҡ бер ҡасан да кәшәнә эргәһендәге биләмәнең ерен һөрмәгән. Ботаниктар тап ошо участкала тәүге Евразия далаһының үҙенсәлеге һаҡланыуын билдәләй, - тип һөйләне ул. Визит үҙәкте асыу танатанаһына бик күп халыҡ йыйылды. Улар араһында эргәләге Түбәнге Тирмә ауылынан Вәсилә Хисаметдинова менән һөйләшеп алдыҡ. Ошо ауылда тыуып үҫкән апай бындай үҙгәрештәргә һөйөнөсөн йәшермәне. - Бала саҡтан ошо Торахан кәшәнәһен күрергә килә инек. Ололарҙың да уға хөрмәт менән ҡарағанын күреп үҫтек. Беҙҙең ауыл эргәһендәге тарихи ҡомартҡыбыҙ тирә-яғында ошондай матур үҙгәрештәр өсөн Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт. Балалар ҙа, ейәндәр ҙә килә бында. Бик ҡәнәғәтбеҙ, - тине Вәсилә Тәлғәт ҡыҙы. Әлбиттә, эш өлгәшелгәндә туҡталып ҡалмаясаҡ. Республика Башлығы музей комплексы биләмәһен артабан үҫтереү планы тураһында ла әйтеп үтте: - Был илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн мөһим проект. Музей комплексы етди фәнни нигеҙҙә булдырыла һәм үҫтереләсәк. Үҙҙәренең тарихына, мәҙәниәтенә хөрмәт нигеҙендә был майҙансыҡ төрлө илдәрҙең халыҡтарын берләштерәсәк. Һәм, әлбиттә, бында ҙур туристик үҙәк булдырыла. Йыл аҙағында майҙаны 20 мең квадрат метрға тиң музей бинаһын проектлауҙы тамамлайбыҙ. Унан юл аша ғына башҡорт аты һәм өйрәтелгән һунар ҡоштары үҙәге булдырыласаҡ. Бында ике ипподром, ярыштар өсөн ябыҡ манеж, оҫталарҙың этноауылы ла урынлашасаҡ. Шулай уҡ эргәлә СПА-отель дә төҙөләсәк. Визик-үҙәк асылған көндө төрлө һөнәр оҫталарының күргәҙмәләре, оҫталыҡ дәрестәре эргәһенән дә кеше өҙөлмәне. Визит-үҙәктә үҙенсәлекле ҡомартҡылар Күсмә цивилизациялар музейы өсөн Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусы нигеҙендә эшләгән медицина университеты лабораторияһында яңы экспонаттар булдырылған. Улар – ике ирҙең һәм ҡатындың Алтын Урҙалағы Торахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләрендә табылған ҡалдыҡтары. Уларҙың ҡиәфәтен антрополог Алексей Нечвалода һәм БДМУ-ның аддитив технологиялар медицина лабораторияһы инженеры Фәнир Килмөхәмәтов тергеҙгән. – Беҙгә антрополог һәм скульптор Алексей Нечвалоданан өс баш һөйәген эшләү буйынса мөрәжәғәт булды. Ул беҙгә антропологик яҡтан тергеҙелгән өлгөләрҙе күрһәтте. Уларҙың эсендә кешеләрҙең борондан һаҡланып ҡалған баш һөйәктәре урынлашҡан, – тип һөйләне БДМУ-ның аддитив технологиялар лабораторияһы инженеры Фәнир Килмөхәмәтов. Махсус сканер файҙаланып, ғалим 3-D моделен булдырған. Килеп сыҡҡан модель компьютерҙа артабан эшкәртелгән. Бер макетты баҫтырыу процесы яҡынса 20 сәғәт тәшкил итә. Антрополог Алексей Нечвалода билдәләүенсә, был осраҡта иң мөһиме һөйәк ҡалдыҡтары буйынса кеше йөҙөнөң документаль сағылышын табыу. Фән, яңы технологиялар, заманса ижади ҡараш ошондай һөҙөмтәләргә килтерә. Туризмға иғтибар бермә-бер артты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика етәксеһе булараҡ эш башлаған осоронда төбәктә эске туризм үҫешенең көрсөк хәлендә булыуын билдәләгәйне. Проблеманы ул инфраструктураның тейешле кимәлдә булмауы менән аңлатты. Ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эске туризм менән шөғөлләнгән компаниялар өсөн гранттар һәм субсидиялар, һалым ташламалары һәм админмистратив ярҙам системаһын булдырырға ҡарар ителде. Тәүҙә пандемия, хәҙер махсус хәрби операция барышында киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеүгә финанс бүлеүҙә ҡатмарлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, туристик йүнәлеш өҫтөнөклө йүнәлештәрҙең береһе булып ҡала. Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған "Башҡортостанда оҙон ғүмер", "Мәктәп туризмы", "Сәнәғәт туризмы" программалары республикала туризм үҫешен дәлилләй. Һөҙәмтәлә Башҡортостанға туристик ағымдың артыуы күҙәтелә. Туристик инфрастуктураны үҫтереү иҫәбенә артабанғы позитив динамиканы тәьмин итеү мөһим. 2023 йылда был маҡсатта 1,5 миллиард һумға яҡын федераль аҡса йәлеп ителгән. Республикала туризм өлкәһендә инвестиция башланғыстарын тормошҡа ашырыу өсөн уңайлыҡтар арттырыла. Республика Башлығы "инвестиция сәғәттәре" барышында шәхсән үҙе проекттарҙы ҡарай һәм уларға ярҙам итеү тураһында ҡарарҙар ҡабул итә. Туризмды үҫтереү һөҙөмтәһендә халыҡҡа эш урындары барлыҡҡа килә, республиканың киләсәгенә инвестициялар һалына. Туристик хеҙмәттәр һәм инфраструктура сифаты күтәрелеүе төбәккә аҡса йәлеп итеүгә лә йоғонто яһай. ФЕКЕРҘӘР Данир ҒӘЙНУЛЛИН, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры: - 2022 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Шүлгәнташ” музейын асҡанда Торахан кәшәнәһе эргәһендә Евразия күсмә цивилизацияһы музейын төҙөү кәрәклеген билдәләне. Бер йыл элек ошо биләмәлә бер нәмә лә юҡ ине, ҡола ялан булды. Архитекторҙарыбыҙ, дизайнерҙарыбыҙ ныҡлы эшкә тотондо һәм бер йыл тигәндә визит-үҙәк эшләнде. Ул 600 квадрат метр майҙанды биләй. Торахан кәшәнәһенә һуҡмаҡ та матур итеп эшләнелде, ул хатта төндә лә яҡтыртыла. Киләсәктә был биләмәлә ҙур музей комплексы төҙөләсәк. Уны төрлө илдең ғалимдары менән бергәләшеп эшләйәсәкбеҙ. Ҡырым АЛТЫНБӘКОВ, рәссам-реставратор, “Ҡырым уртауы” фәнни-реставрация лабораторияһы етәксеһе: - Евразия күсмә цивизизациялар музейын булдырыу - Башҡортостандың мәҙәниәте һәм тарихы өсөн генә түгел, тотош Евразия төбәге өсөн ҙур ваҡиға. Туғандаш башҡорт халҡына был идеяны тормошҡа ашырғандары өсөн рәхмәт белдерәм. Күсмә тормош рәүеше мәҙәниәткә, донъяға ҡарашҡа, халыҡтың менталитетына ла йоғонто яһай. Күсмә халыҡтар өсөн хас булған оҫталыҡты, аҡылды, тәбиғәткә үҙенсәлекле ҡарашты күрһәтергә кәрәк тип уйлайым. Был музей - артефакттар йыйылмаһы ғына түгел, ә боронғо күсмә халыҡтарҙың тарихы. Бында килгән һәм кем күсмә халыҡтың йолаларын, аҡылын тойһон, ә һәр экспонат үткән һәм бөгөнгө, төрлө мәҙәниәттәр һәм халыҡтар араһындағы күпергә әүерелһен. Сәлихйән Исаев, Шишмә районы Түбәнге Тирмә ауылы старостаһы, депутаты: - Үҙем ошо ауылдыҡы. Беренсе кластан Торахан кәшәнәһенә уҡытыусыбыҙ экскурсияға алып килә торғайны. Йәштәр өйләнешкәндә улар ҙа ошонда килеп хөрмәттәрен күрһәтә ине. Хәҙер һоҡланғыс визит-үҙәк барлыҡҡа килде. Бик ҡәнәғәтбеҙ, ауылыбыҙ эргәһендә ошондай тарихи ҡомартҡы булыуы менән ғорурланабыҙ. Йыраҡтан бик матур итеп күренеп тора ул. Автор һәм Башҡортостан Башлығы сайты фотолары.