Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Имсе Асия инәйгә миҙал тапшырылды

"Ватанды һаҡлаусылар" дәүләт фонды филиалы вәкилдәре Әбйәлил районында халыҡты ҡабул итте, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың ата-әсәһе менән осрашты, райондағы Хәрби-патриотик клубта, ғаилә фестивалендә, МХО ҡатнашыусылары һәм ветерандарының балалары ял иткән лагерҙа булды. Шулай уҡ алдынғы йәмәғәтселәр бүләкләнде. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең "Милләт әсәһе" миҙалы һәм Рәхмәт хаттары патриот улдар үҫтергән ғаиләләргә тапшырылды. Миҙал менән Асҡар ауылынан Асия Хәйбуллина ла наградланды. Социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙарҙа кешеләр был яңылыҡты бик йылы ҡабул итте. "Асия инәй был баһаға күптән лайыҡ", "Изге ҡулдары һәм йылмайыуы менән күпме кешегә һаулыҡ бүләк итте", "Бөтә параметрҙар буйынса ла - милләт әсәһе!" тигән фекерҙәрен белдергәндәр. Ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ-именлек һеҙгә! Фото: Гөлнур Ҡолһарина архивынан.