Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ишембай ҡалаһында Бөтә Рәсәй медиалагеры үтә

«Мидия» Бөтә Рәсәй медиалагеры Башҡортостан Республикаһының Ишембай ҡалаһында «Мәғариф» милли проекты (нацпроект “Образование”) маҡсаттарына ярашлы ойошторола, ул 5 августан 11-нә тиклем барасаҡ, тип хәбәр иттеләр төбәктең йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында. Лагерь 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәш медиа хеҙмәткәрҙәрен йыя. Уның барышында ҡатнашыусылар үҙ оҫталыҡтарын тәжрибәле остаздар етәкселегендә өс төп йүнәлештә үҫтерәсәк: SMM, видеография һәм фотография. Шулай уҡ улар үҙҙәренең медиапроектын булдыра ала. Лагерь спикерҙары араһында билдәле журналистар, блогерҙар, продюсерҙар, киң мәғлүмәт саралары һәм реклама агентлыҡтары етәкселәре бар. Улар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша, үҙ башланғыстарын һәм проекттарын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләй. Лагерҙа ҡатнашыу өсөн «Мидия» сараһының рәсми сайтында теркәлергә кәрәк. "Мидия“ Бөтә Рәсәй медиалагеры — Башҡортостанда яңы белем биреү проекты һәм тәжрибә уртаҡлашыу һәм эшлекле бәйләнештәр булдырыу өсөн уникаль майҙансыҡ. Лагерҙа ҡатнашыусылар медиа өлкәһендә күнекмәләр аласаҡ һәм иң яҡшы эксперттар етәкселегендә медиапродукт булдыра аласаҡ», — тип билдәләне проект етәксеһе Милана Колесникова. «Мәғариф» (нацпроект “Образование") милли проекты Рәсәйҙең бөтә балалары һәм үҫмерҙәренең мөмкинлектәрен максималь асыу өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыуға шарттар булдырырға тейеш. Бөтә ил буйынса мәктәптәр, колледждар, техникумдар төҙөлә һәм яңыртыла, шулай уҡ уларҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Бушлай өҫтәмә белем биреү системаһы Кванториум технопарктар селтәрен, it-куб һанлы үҫеш үҙәктәрен һәм "Сириус" һәләтле балалар өсөн үҙәктең төбәк филиалдарын киңәйтеү иҫәбенә үҫешә. Милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.