Күптән түгел Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында “Беҙҙең байлыҡ” спектакленең премьераһы булды. Йәш драматург Айбулат Сәсәнбаев өсөн дә был тамаша дебют булып тора – уның тәүге драма әҫәре донъя күрҙе. Спектаклде билдәле режиссер Зиннур Сөләймәнов сәхнәләштерҙе. Тамаша “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Ватан мәҙәниәте” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Беҙ ҙә йәш драматургтың премьераһында булып, автор һәм режиссер менән аралашырға өлгөрҙөк. —“Теге өсәү”ҙең береһенә ҡайнар сәләм! —Сәләм! —Айбулат, күптәр һине һәр көн иртән радио тулҡындары аша ишетә, тыңлай. Үҙең менән яҡындан таныштырһаңсы? —Мин Өфөлә тыуғанмын. Биш йәш тирәләре булғанда әсәйем менән Сибайға күстек. Әсәйем оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләне, Зөлфиә Хәйбулла ҡыҙы, күптәр беләлер ҙә. Бер нисә йылдан үгәй атайым Шәһит Рәфҡәт улы менән танышып, бергәләп. Сибай янындағы Арҡайым ҡасабаһында йорт һалып сыҡтыҡ. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфөгә уҡырға киттем. Хатта ки, хәҙер инде студент рәүешендә, тыуған ятағымда йәшәнем. Бишенсе курста уҡығанда кастинг аша “Юлдаш плюс” йәштәр интернет радиоһына эләктем, унан “Юлдаш”тың үҙенә алдылар. “Интернет-үҫеше”, “Яңылыҡтар” бүлектәрендә, киске эфирҙа эшләп тәжрибә туплағас, хәҙер иртәнге тапшырыуҙа “Теге өсәү”ҙең береһе булып ултырам. —Фамилияғыҙ ҙа сәсән һүҙенән алынғанмы? —Шулайҙыр, тағы шишәмбе һүҙенең диалект варианты – “сисәнбе”нән барлыҡҡа килеүе ихтимал, сәскә һүҙенең диалект варианты – сискә, тигәндән барлыҡҡа килгән, тигән фаразды ла ишеткәнем бар. Заманында популяр исем булған, архив документтарына ҡарағанда, атайымдың тыуған яғы – Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш ауылында 1920 йылғы иҫәп алыуҙа ғына өс йорт хужаһының исеме Сәсәнбай, рус телендә өсөһө лә өс төрлө яҙылған: Сисимбай, Сисанбай һәм Сисянбика. Миңә ҡарт олатайым йор һүҙле кеше – сәсәнбай булған, тигән фараз оҡшай, шуға ошо вариантта туҡталайыҡ. —Ҡасан ижад итә башланығыҙ? —Үҙем иҫләмәйем, моғайын, мәктәптәлер. Әсәйем һөйләшергә өйрәнгәс, рифмалаштыра башланың, ти. Үҙемдең башҡорт теле дәресендә оҙон инша яҙғансы, ҡыҫҡа шиғыр яҙып ҡотола торғанымды хәтерләйем. Һәр хәлдә, 11 класты тамамлағанда блокнотта байтаҡ шиғырҙар йыйылды, уларға студент саҡтағылары өҫтәлеп, 2018 йылда “Йәштәр тауышы” серияһында “Күләүектәге болоттар” исемле йыйынтығым баҫылып сыҡты. Икенсе китабымды “Мин яратҡан өс хәреф”те үҙнәшер менән сығарҙым, унда хикәйәләр тупланған. Әле өсөнсө китап нәшриәттә әҙерлек үтә. Унда Башҡортостан Яҙыусылар союзы Республика Башлығы грантына үткәргән “Заман ауазы” конкурсында “Эре проза” номинацияһында еңеү яулаған “Патриот бабай” романы буласаҡ. —Тимәк, роман да яҙып өлгөргәнең. Исеме лә лә бик шәп яңғырай. Сер булмаһа, әҫәр ни хаҡта? —Бер һөйләм менән әйткәндә, тыуған ергә һөйөү тураһында. Сюжетҡа туҡталғанда, ябай башҡорт ауылы егетенең Граждандар һуғышы ваҡытында үҙ иркенән тыш, аҡ ғәскәрҙәр тарафынан ҡыуылып, Маньчжурияға барып сығыуы хаҡында. Әҫәрҙең яртыһы Ҡытайҙа, яртыһы Башҡортостанда бара. Ике илдә лә ауыр йылдар. Төп герой ошо буталсыҡ заманда тыуған еренә юл эҙләй. Һәм, сер итеп әйтәм, юлын табып ҡайта ала, шуның өсөн ауылдаштары уны Ҡытай бабай, тип тә йөрөтә башлай. Роман реаль шәхес тормошона таянып яҙылды. Был тарихты миңә кәләшемдең өләсәһе Флүрә Сәйфетдин ҡыҙы һөйләгәйне. Архив, китапханаларҙа ла байтаҡ эҙләнергә тура килде, тағы бер-нисә информатор менән аралаштым. Йыл ярымдай ваҡыт һәр көн ошо тарих эсендә йәшәп күләмле әҫәр тыуҙырҙым. Һуңғы нөктә ҡуйылғас, бер аҙ ҡыйын ыраҡ та булып китте, әйтерһең, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ яралды. Эштән ҡайтҡас, буш ваҡытта нимә эшләргә белмәй аптырап та алғыланым, хатта. —Ысынлап та, бик шәп әҫәр булған. Баҫылып сыҡһа, уҡыусылары күп булыр, тигән теләктә ҡалайыҡ. Ә драматургияға нисек килдегеҙ? Күптәр “Драма яҙыуы проза яҙыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ” ти... —Әлеге лә баяғы студент булғанда. Һәр йәйем әсәйемдең тыуған ауылы – Баймаҡ районы Әминдә үтә ине, шунда төрлө легена–риүәйәттәр тыңлап үҫтем. Һәм Әмин батыр менән Брагин яуыздың ҡаршылашыуы тураһында тарихи пьеса яҙҙым. Шуны уҡытыусым Зәки Әлибаевҡа күрһәттем, ул режиссер Зиннур Сөләймәнов менән таныштырҙы. Зиннур Фәрит улы, пьеса яҙырға ниәтләнеүең яҡшы, әммә өйрәнергә кәрәк тип үҙ семинарына саҡырҙы. Яҙыусылар союзының драматургия секцияһында төрлө ултырыштар, семинарҙарҙа ҡатнаштым, пьеса яҙыу нескәлектәренә төшөнөп алғандан һуң “Беҙҙең байлыҡ” тыуҙы. —Ни өсөн беҙҙең“Беҙҙең байлыҡ” тип атанығыҙ? Һеҙҙең өсөн байлыҡ төшөнсәһе нимәләр ул? —Байлыҡ һүҙен киң мәғәнәлә аңлайым. Уның эсендә матди яҡ та, рухи яҡ та бар. Пьесала тап ошо ике төрлө байлыҡты үҙ иткән бер туған ағалы-ҡустылы һынландырыла. Тағы бер ҡыҙыҡ күҙәтеү бар, беҙҙең әкиәттәрҙә ыңғай герой гел генә ярлы, зирәк кеше, ә бай – ул мотлаҡ яуыз. Ошо рәүешле кескәйҙән беҙҙең аңға бай булыу насар, ярлы йәшәргә кәрәк, тигән һабаҡ һеңмәйме икән? Күпте белеп хәйерселәү яҡшымы? Әллә бер нәмә тураһында уйланмай диңгеҙ ярында ҡыҙынып ятыуымы? Бер аҙ шаштырам, әлбиттә. Әммә пьесала ошо һорауҙарға яуап эҙләп, алтын урталыҡты табырға теләйем. —Ҡотлайым, премьераң ҙур аншлаг менән үтте. Тамашасылар бик йылы ҡабул итте. Бында әлбиттә режиссерҙың өлөшө лә ҙур, ул әҫәрҙе юғары кимәлдә сәхнәгә сығарған. Һәм шулай уҡ Сибай артистарының һәр ваҡыттағыса халыҡсан, юғары кимәлдә уйнауҙары ла оло хөрмәткә лайыҡ. Үҙеңдең әҫәреңде ҡарағанда ниндәй кисерештәр кисерҙең? —Ҙур рәхмәт! Спектакль башланыр алдынан тулҡынлана инем, башыма һаман да тотош драма артистарының яҙғандарымды ятлап, тотош бер театр етәкселеге уны раҫлап, режисер һынлы режиссер шуны сәхнәләштереп йөрөгәне барып етмәй ине. Ә премьера башланғас, залдағы халыҡ өсөн борсолоп ултырҙым, улар нисек ҡабул итер? Әммә актерҙарҙың уйнауына бирелеп бөтә борсолоуҙарҙы шундуҡ оноттом, ихлас көлөп, ҡул сабып ҡына ултырҙым. Тексты яттан тиерлек белгәс, ҡайҙа үҙҙәренән өҫтәгәндәрен танып, билдәләп ултырҙым. Был сәхнәлә ошолайыраҡ итһәң, ҡыҙығыраҡ була икән дә, тип тә үҙем өсөн һығымталар яһаным. Ғөмүмән алғанда, яҡшы тойғо икән дә ул пьесаң буйынса спектаклде ҡарау! —Артабан да был кисергән тойғоларҙы күп тапҡыр спектаклдәрҙә йәнә татырға тура килһен. Әйҙә, премьера тураһында тамашасыларҙы яҡындан таныштырмай торайыҡ. Улар үҙҙәре барып күрһен, үҙ фекерҙәрен әйтһен. Яңы миҙгелдә лә “Беҙҙең байлыҡ” театр сәхнәһендә дауам ителерме? —Дауам итер, тип ышанам. Был инде тамашасының нисек йөрөүенә һәм театрҙың ҡарарына бәйле. Һис юғында, киләһе ижад миҙгеле репертуарында ул буласаҡ. Әлбиттә, мин уның оҙаҡ йылдар барыуын теләр инем. —Киләсәктә йәш драматург ниндәй пландар ҡора? —Яңы пьесалар ижад итеү – уй-ниәттәремдә. Инде яҙылған ике-өс пьесаны яңынан ҡараштырып сығып төрлө режиссерҙарға тәҡдим итеп ҡарарға уйлайым, тағы яңы комедияға күҙәтеүҙәр йыям. Унда тик йәмәғәт эше менән шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар буласаҡ. —Ысынлап та, Сибай сәхнәһендә өр-яңы йәш драматургтың барлыҡҡа килеүенә шаһит булдыҡ.“Беҙҙең байлыҡ” киләсәктә тамашасыларҙың да, Сибай театрының да рухи байлығына әйләнһен, һәр спектакль ҙур уңыш менән үтһен, ә үҙеңә ижади уңыштар юлдаш булһын! Автор фотоһы.