“Өфө-Арена” универсаль спорт комплексы алдындағы майҙанда хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Ике аҙналыҡ ялдан һуң, яугирҙәр илебеҙҙе яҡлау өсөн хәрби дуҫтарын янына юлланды. Уларға изге юл, тыуған ерҙәренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Шул уҡ ваҡытта әле лә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ.Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһ