Найти тему
Башҡортостан гәзите

"Башҡорт аты" фестиваленә килегеҙ!

Билдәле булыуынса, Баймаҡ районының Граф күле буйында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре йолаларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Быйыл да был сара 10-11 августа Баймаҡ районында үтәсәк. Әленән үк фестивалгә әҙерлек эштәре башланған: һәр район үҙенең иң шәп юртаҡтарын әҙерләй, ҡымыҙ бешеүселәр, уны етештереүселәр үҙҙәренең баһадирҙар эсемлеген тәҡдим итәсәк. Матур йолаға әйләнгән, байрамдың иң сағыу биҙәге булған «Ауҙарыш» (аттарҙа көрәш), «Ылаҡ» (аттарҙа команда уйыны) милли спорт төрҙәре буйынса ярыштар, «Тай-тулак» (һыбайлылар чемпионаты), йәйәү һәм атта сабып барған килеш уҡ атыу кеүек ярыштар буласаҡ. Шулай уҡ төрлө тоҡомло аттар күргәҙмәһе, "Ҡымыҙфест" һәм башҡорт атына бәйле төрлө күргәҙмәләр, бихисап саралар үтеүе көтөлә. Бәйгеләрҙә алдан еләБашҡорт аты.Табындарҙа ҡымыҙ, ҡаҙы,Башҡорт ашы. (Зөһрә Ҡотлогилдина) "Башҡорт аты"нан һин дә ситтә ҡалма! Фото: Байрас Байбулов.