Найти тему
Башҡортостан гәзите

Шакша күпере ябыла

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, Шакша күпере ремонтлана. 9 июлдән 23 июлгә тиклем унда тулыһынса автотранспорт хәрәкәте туҡтатыла. Башҡортостандың йөк ташыуҙы ойоштороу үҙәгендә үткән брифингта күпер ябылған ошо осорҙа халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү һәм урау юлдар мәсьәләләре тураһында фекер алышыу булды. – Былтыр Шакша күперен капиталь ремонтлауға контракт төҙөнөк. Эштәрҙе 2025 йылдың февраленә тамамлау ҡаралғайны. Ҡышҡыһын асфальт һалып булмай, шуға күрә беҙ эште 2024 йылда тамамлау графигын төҙөнөк. Технологик шарттар буйынса минус 10 градусҡа тиклем генә асфальт түшәп була. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн, пландан тыш, күперҙе 16 көнгә ябып тороу тәҡдим ителде, был срокты ҡыҫҡартырға һәм ноябрҙә асфальт эштәренә тотонорға мөмкинлек бирәсәк, –тип аңлатты Өфө хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһалма ҡоролмаларҙы ремонтлау идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Евгений Кулешов. “БашППК” акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары Анатолий Глухов Транспорт министрлығы һәм мэрия менән халыҡты транспорт менән тәьмин итеү буйынса ҙур эш башҡарылыуы тураһында һөйләне. Иглин ҡасабаһы, Иглин районы халҡы, шулай уҡ Шакша биҫтәһе кешеләре ҡала яны поездарына, шул иҫәптән “Ласточка” күсмә составына ултыра аласаҡ. Дим-Шакша участкаһында иртәнге сәғәт 5-тән 22.00 сәғәткә тиклем 30 ҡала яны поезы йөрөйәсәк. Шәхси автотранспорт менән ҡала үҙәгенә һәм башҡа райондарға Көнсығыш сығыу юлы аша барып етергә мөмкин. 1984 йылда төҙөлгән күперҙе капиталь ремонтлау 2023 йылда башланды. Файҙаланыуға тапшырғандан һуң ул тағы 50 йылға тиклем хеҙмәт итәсәк. Фото: Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.