Башҡортостанда яңы төп велоуҙышҡа старт бирелә. Беренсе "Рәсәй туры" алты этаптан торасаҡ һәм Башҡортостан Республикаһы һәм Удмурт Республикаһы биләмәләре буйлап үтәсәк. Велоуҙыштың дистанцияһы 806 км тәшкил итә. Унда илдең 18 төбәгенән йөҙҙән ашыу иң көслө велоуҙышсылары, шулай уҡ Беларусь Республикаһы спортсылары ҡатнаша. Командалар менән танышыу Өфөнөң Ленин майҙанында (“Ҡала советы” туҡталышы) 1000 велосипедсы резиденцияһы янында (“Азимут” ҡунаҡханаһының төп инеү урыны ҡаршыһында) 10 июлдә 17.00 сәғәттә тантаналы үтәсәк. Программала - ижади коллективтарҙың сығышы, велоуҙыш һәм командалар менән танышыу, тамашасылар араһында сувенирҙар уйнатыу. 160 саҡрым оҙонлоҡтағы беренсе этап 11 июлдә Шишмә районында үтә. Ярыш башҡорт шағиры Мостай Кәримдең тыуған ауылы Келәштә ( Мостай Кәрим урамы, мәҙәниәт йорто янында - Өфөнән 33 саҡрым алыҫлыҡта) башлана һәм тамамлана. Ярыш маршруты: Келәш ауылы - Новотроицкое - Ҡара Яҡуп - Ар - Келәш. Уҙышсылар дүрт тапҡыр 40 километрҙы урай. 11.00 сәғәтт