Ир менән ҡатын бер-береһен ысынлап ярата икән, бер ниндәй һынау ҙа, ҡаршылыҡтар ҙа, бәхет өсөн алдашыу ҙа уларҙың араһына кәртә була алмай - юғары һүҙҙәр кеүек күренһә лә, бының шулай икәнлегенә инандым түбәндәге яҙмышты тыңлағанда. "Ҡыҙыбыҙҙы, берҙән-беребеҙҙе, кейәүгә биреп, яңыраҡ туй үткәргәнебеҙҙе беләһең бит инде. Иремдең ғәзизебеҙ өсөн шул тиклем ҡыуаныуын күреп, "Белһәң икән йөрәгемде 20 йыл буйы нимә өйкәгәнен, һинән нимә йәшергәнемде. Дөрөҫлөктө белһәң, тормошомда күптән булмаҫ та инең" тип күңелем һыҙҙы, выждан ғазабы кимерҙе. Ҙур серемде әсәйемдән башҡа берәүгә лә һөйләгәнем юҡ, үҙем иремде юғалтыуҙан ҡурҡып йәшәнем, ныҡ яратам бит уны", - шулай тип башланы һүҙен Әлфинә исемле танышым. ...Әлфинә менән Таһир күршеләренең күҙ алдында ҙурайҙы, тәүҙә уларҙың оҙаҡ ваҡыт дуҫлашып йөрөүенә, шунан инде мөнәсәбәттәренең мөхәббәткә әүерелеүенә шаһит булдылар. Шулай йылдар һынауы менән нығытылған мөнәсәбәттәре бик ихтирамлы, ихлас уларҙың. Татыу ир менән ҡатындың тышҡы ҡиәфәттәре лә,