Найти тему
Башҡортостан гәзите

Музейға ҡиммәтле экспонат

Бөгөн Рус география йәмғиәтенең төбәктәр советы ултырышында һәм йәштәр слетында төбәктәр советының рәйесе Артем Манукян Валерий Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы мөдире Оксана Мальцеваға ҡиммәтле экспонаттар тапшырҙы. Улар араһында 1914 йылда Петроградта нәшер ителгән “Полярная экспедиция лейтенанта Г. Л. Брусилова” тигән китап һәм Валерий Альбанов үҙе менән йөрөткән экспедицияның судно журналы бар. -Валериан Иванович Рәсәйгә ҡайтҡас судно журналын сығара. Беҙҙең музейҙа уның копиялары бар ине. Рус георграфия йәмғиәтенә музейыбыҙға журналдың төп нөсхәһен биргән өсөн ҙур рәхмәт, - тине Оксана Мальцева. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың 26 майында Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсылар музейы асылды. Баш ҡалала йәшәгән яҡташыбыҙ - Арктиканы легендар тикшереүсеһе. Фото: “Башинформ”.