Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙә республикала фәнни-технологик һынылыш яһалыуына ышаныс белдергән. “Был көндәрҙә республикала эш сәфәре менән Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенконың ярҙамсыһы Антоний Швиндт булды. Сәфәр маҡсаты – Башҡортостанда комплекслы фәнни-технологик программаны эшләү һәм тормошҡа ашырыу. Визит программаһы тығыҙ булды. Бөгөн урта һәм юғары мәктәп объекттарында булып, уларҙың мөмкинлеген һәм потенциалын ҡараныҡ. Башҡортостан 20 пилот төбәктәре иҫәбендә фәнни-технологик үҫеш программаһын әҙерләй. Был эшкә беҙҙең төп университеттар, фәнни ойошмалар, эре индустриаль партнерҙар, министрлыҡтар, ведомстволар йәлеп ителгән. Беҙҙә белем һәм фәнде үҫтереү буйынса системалы эш булдырылған. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән белемде үҫтереүгә бығаса булмағанса грант ярҙамы саралары күрһәтелә. Мәктәпкәсә йәштәге белем биреү педагогтарына, мәктәп уҡытыусыларына, колледж уҡытыусылары һәм мастерҙарына гранттар бирелә. Йәш ғалимдәр өсөн торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға, ғилми-белем стажировкаларына гранттар тапшырыла. Ике йылда 498 кеше стажировка үткән, 133-ө торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Һуңғы өс йылда 18 йәштәр лабораторияһы асылды. Төбәктәр алдына производствоға технологияларҙы тиҙләтелгән рәүештә индереү, кадрҙар әҙерләү, фән һәм бизнес кооперацияһын көсәйтеү буйынса ҙур бурыстар ҡуйылған. Беҙ быға әҙербеҙ, был йүнәлештә әүҙем эш алып барыла". Фото: VK.com