Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәйгегә рәхим итегеҙ!

Өфөлә өсөнсө «Геройҙар ваҡыты» Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар асыҡ конкурсы үткәрелә. Унда ҡатнашыуға бөтә Рәсәйҙән композиторҙар һәм шағир-йырсылар саҡырыла. Бүләк фонды 1 миллион һум тәшкил итә. Сара Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуҙы һәм Башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү йылы сиктәрендә ойошторола. Конкурстың ярымфиналы һәм финалы 26 һәм 27 августа Өфө ҡалаһының Совет майҙанында уҙа. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикабыҙ улы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм Тыуған ил өсөн һәләк булған бөтә яугирҙәргә монумент ҡуйылған Совет майҙаны ҡала халҡының яратҡан урынына әүерелде. - Бында йәш «шайморатовсылар» ант бирә. Бынан махсус хәрби операция зонаһына ирекле батальондар юллана. Бында шулай уҡ мәҙәни форумдар, концерттар, саралар үтә, балалар ҙа уйнай. «Геройҙар ваҡыты» конкурсында илдең күп кенә төбәктәре вәкилдәре ҡатнаша. Үҙенең ижады менән ҡыуандырырға ҙур дуҫтарыбыҙ - Рәсәйҙең билдәле артистары килә. Бөгөн патриотик йыр беҙҙең өсөн һис ҡасан булмағанса мөһим, - тине төбәк етәксеһе. 2022 йылдан башлап йыл һайын конкурста ҡатнашыу өсөн ойоштороусыларға бөтә илдән 400-ҙән ашыу ғариза ебәрелә, һәм уның географияһы киңәйә генә. Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан ҡатнашыусыларҙан тыш, Рәсәйҙәге иң ҙур патриотик йырҙар фестивалендә сығыш яһарға Дағстан Республикаһынан, Владивостоктан, Белгород, Ростов, Владимир, Архангел, Төмән, Тамбов өлкәләренән, Хакасия, Ставрополдән, Ҡазандан, Иваново, Йошкар-Оланан, Ырымбурҙан, шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһынан конкурсанттар килә. Былтыр йондоҙло ҡунаҡтар иҫәбендә конкурста ҡатнашыусылар менән бер сәхнәлә йырсы Мәрйәм Мерабова, театр һәм кино актеры, йырсы һәм композитор Иван Замотаев, Рәсәйҙең Композиторҙар союзы ағзаһы Игорь Демарин, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Варвара, актёр, композитор, продюсер һәм йырсы Глеб Матвейчук, йырсылар Инна Рудник, Таисия Повалий, опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡов һәм башҡалар сығыш яһаны. Заманса музыка академияһының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина Башҡортостанда даими уҙғарылып килгән «Геройҙар ваҡыты» бөтә Рәсәй асыҡ патриотик йырҙар конкурсының әһәмиәтен билдәләне. – 2023 йылда ошо фестивалдә жюри рәйесе булдым. Материалдың үҙенсәлекле сифатын һәм судьялыҡҡа ҡарашты билдәләп үтергә теләйем. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың был проектты хуплауы бик ҡыуаныслы, - тине Ольга Кормухина. - Махсус хәрби операция бөгөн заманса музыка лидерҙарын тәрбиәләргә тейешлегебеҙҙе күрһәтте. «Геройҙар ваҡыты» конкурсы - перспективалы проекттарҙың береһе, уның ярҙамында республикала яңы эстрада йондоҙҙары барлыҡҡа киләсәк. Еңеүселәр һәм призерҙар өс номинацияла билдәләнәсәк: «Автор йыры», «Һүҙҙәр авторы» һәм «Композитор». Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Ольга Кормухина етәкселегендәге жюри шулай уҡ Гран-при хужаһын һайлаясаҡ. Ғаризалар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. Йәш сикләүе юҡ. Конкурста ҡатнашыу - бушлай. Конкурс өс этапта үтәсәк: тәүгеһе һайлап алыу этабы (онлайн): 2024 йылдың 1 авгусынан 9 авгусҡа тиклем; Икенсе этап - ярымфинал: 2024 йылдың 26 авгусы; Өсөнсө этабы - финал: 2024 йылдың 27 авгусы. Сара Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында уҙа. Конкурс тураһында положение менән «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сайтында танышырға мөмкин. Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/24366/