Найти тему
Башҡортостан гәзите

Эҫене нисек еңел үткәрергә?

Эҫелә организм һыуҙы күп юғалта, шунлыҡтан көнөнә бүлеп йылы һыу, йәшел сәй эсергә кәрәк – тән ауырлығына ҡарап көнөнә 1,8 -2,5 литрҙан кәм түгел. Көн үҙәгендәге – көндөҙгө 12-нән 4-кә ҡәҙәр - ҡояш нурҙары аҫтында йөрөмәҫкә тырышығыҙ йә сикләгеҙ. Эштәрҙе иртәле-кисле башҡарыу отошло. Әгәр кәрәк булһа, башҡа эшләпә, өҫкә еңел һәм тәбиғи туҡыманан тегелгән кейем кейегеҙ, асыҡ тәнгә ҡояштан һаҡлаусы крем һөртөгөҙ. Һауа температураһы бөгөнгөләй юғары булғанда әүҙем спорт менән шөғөлләнмәгеҙ. Алкоголь бөтөнләй эсмәгеҙ, эҫелә эстән дә яндырып, кешене үлемгә килтереү хәүефе ҙур. Ашауға айырым иғтибар бирегеҙ: майлы аҙыҡтан, майлы иттән баш тартып, йәшелсә-емеш, еңелсә бутҡаларға өҫтөнлөк бирегеҙ. Һыу менән йыш ҡойоноп тороғоҙ.