Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кинематографияға иғтибар арта

2024 йылда кинематография өлкәһендә проекттарҙы яҡлауға Башҡортостан Башлығы гранттарына конкурсты үткәреү датаһы билдәле булды. Яңы конкурсҡа заявкалар 19 июлдә ҡабул ителә башлаясаҡ. Был хаҡта “Өфө, мин һине яратам” киноальманахына арналған матбуғат конференцияһында Башҡортостан Башлығы гранттары фондының генераль директоры Люция Сәйфуллина белдерҙе. Конференция “Башҡортостан 24” телеканалында тура трансляцияла барҙы. Журналистар һорауҙарына “Өфө, мин һине яратам” фильмы режиссеры, художество етәксеһе Айнур Асҡаров һәм сценарист, фильм режиссеры Айҙар Аҡманов яуап бирҙе. Альманах Өфө ҡалаһына арналған. Ул ҡала менән бәйле һигеҙ новелланан тора. Бөтә ваҡиғалар ҡала фонында бара, уның күп яҡлы һәм күп милләтле йөҙөн билдәләй. Фильмдың үҙенсәлеге уны ижад итеүҙә бер юлы бер нисә режиссерҙың ҡатнашыуында. Шулай уҡ картинала Рәсәйҙең билдәле актерҙары төшкән. – Беҙҙең маҡсат –республика тураһында бөтә Рәсәйгә һөйләү.Башҡортостанды кино төбәге булараҡ белһендәр. Фильмды ижад иткәндә беҙ ҡала, бер-беребеҙ һәм тирә-яҡтағы матурлыҡ менән рухландыҡ, – тине художество етәксеһе Айнур Асҡаров. Премьера 11 октябрҙә Республика көнөндә кинотеатрҙарҙа күрһәтеләсәк. Люция Сәйфуллина әйтеүенсә, Башҡортостан Башлығы гранттары конкурсы һөҙөмтәләре буйынса республика кинематография өлкәһендә яңы исемдәр асасаҡ. Кинематография өлкәһендә проекттарҙы яҡлау буйынса конкурс Радий Хәбиров һәм республика етәксеһе гранттары фонды башланғысы менән 2023 йылда тәү тапҡыр ойошторолдо. Биш ойошма конкурста еңеп сыҡты. Шуның һөҙөмтәһендә республика “Өфө, мин һине яратам”, “Ике туған” картиналары, “Көс урыны” фәнни-популяр фильмы, “Әлифба” мультфильмы һәм хәрби-патриотик “Фәрзәнә көнбайышҡа китә” фильмын ҡарай аласаҡ. 2020 йылдан алып Башҡортостан Башлығы гранттары фонды тарафынан 629 проектҡа ярҙам күрһәтелгән. Фото:VK.com