Ғаилә, мөхәббәт Һәм тоғролоҡ көнө алдынан Рәсәй Эске эштәр министрлығының территориаль органдарында был байрамға арналған тантаналы саралар ойошторола. Ғаиләне һәм традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән ведомство проектын ғәмәлгә ашырып, эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һәм Рәсәй Эске эштәр министрлығының территориаль органдары ҡарамағындағы йәмәғәт советтары ағзалары полиция хеҙмәткәрҙәрен, шул иҫәптән күп балалы ғаиләләрҙе ҡотлай, династия вәкилдәренә сәскәләр һәм бүләктәр тапшыра. Шулай уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында "Полиция ғаиләһе" фотоконкурсын үткәрә. Интернет-аудиторияның тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса проекттың асылын сағылдырған иң яҡшы фотоһүрәт билдәләнәсәк. Башҡортостандан Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бәләбәй районы буйынса бүлегенең тәүтикшереү бүлеге тәүтикшереүсеһе, полиция капитаны Анастасия Григорьевна Шәйхуллина менән Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса эксперт-криминалистик үҙәгенең 8-се район-ара бүлеге эксперты (Бәләбәй ҡалаһы дислокацияһы) полиция капитаны Радик Рауил улы Шәйхуллин ҡатнаша. Хөрмәтле дуҫтар, конкурста ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ – матур Шәйхуллиндар ғаиләһе өсөн ошо һылтанма аша инеп, тауыш бирәйек – https://мвд.рф/полицейская-семья-2024/item/52381905/. Тауыш биреү 9 июлдә 10:00 сәғәттә (урындағы ваҡыт буйынса) тамамлана. Рәсәй Президенты Владимир Путин 2024 йылды Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан итте. Ошо айҡанлы илебеҙҙә өлгөлө ғаиләләрҙең абруйын арттырыу маҡсатында төрлө саралар, конкурстар ойошторола. Фото мвд.рф/полицейская-семья-2024