“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Учалы районы хакимиәтендә муниципаль “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов рәйеслегендәге ултырышта инвесторҙың Миндәк ауылындағы һыу ятҡылығы янында ял базаһын ойошторорға ниәтләүе ҡаралды. Эшҡыуар ер участкаһының кадастр хаҡын кәметеү мөмкинлеге тураһында мәсьәлә менән мөрәжәғәт итте. Уны хәл итеү юлдары БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Учалы районының архитектура бүлеге, ауыл хужалығы бүлеге вәкилдәре һәм бизнес-шәриф Әсхәт Әсәҙуллин менән мәсьәләне тикшереү йомғаҡтары буйынса тәҡдим ителде. Проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында эшҡыуарҙарҙы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына ярҙам саралары менән таныштырҙылар. “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыуға ғәмәлдәге эшҡыуарҙар ҙа, шулай уҡ үҙ эшен асырға теләүселәрҙең барыһы ла саҡырыла. Яҙма Башҡортостандың Инвестиция порталы сайтында https://investrb.ru/ru/ (“Инвестици сәғәте. Ғариза биреү”) алып барыла. Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Учалы районы хакимиәте.