“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, Ҡариҙел районының Хәлил ауылында тантаналы шарттарҙа яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. – Хәҙер ауыл халҡы яңы медицина учреждениеһында вакцина ҡаҙата, диспансерлаштырыу, медицина тикшереүе үтә аласаҡ. Йәшәгән урынға яҡын ерҙә сифатлы медицина ярҙамы алыу барыһы өсөн дә уңайлылыҡ тыуҙырасаҡ, – ти Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының баш табибы Юнир Ғәлин. Яңы бинала коммуникациялар, һалҡын һәм эҫе һыу, электр уты үткәрелгән. Модулле бинала процедура, прививка кабинеттары, пациенттар өсөн көтөү бүлмәһе, гардероб бар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты ауылдаштар өсөн медицина ярҙамы алыу урынынан тыш, аралашыу, кәңәшләшеү урыны ла. Пункт Хәлил ауылынан тыш, Яңы Аҡбүләк һәм Юлдаш ауылдары халҡына ла медицина ярҙамы күрһәтә. 350-нән ашыу кешене тәжрибәле фельдшер Нәсимә Ғәйнелйәнова хеҙмәтләндерәсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу. Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте..