Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баш ҡалала ике аҙнаға Шаҡша күпере ябыла

Өфөлә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Шаҡша күперен ремонтлау дауам итә. Яҡын арала бында йәнә автотранспорт саралары өсөн сикләүҙәр индереләсәк. Эштәрҙе башҡарғанда күпер конструкцияларының тирбәлеүенә юл ҡуймау өсөн 9 июлдә төнгө сәғәт 12-нән 24 июлдә төнгө 11-гә тиклем хәрәкәт тулыһынса ябыла. Автомобилселәр өсөн төп урау маршрут Көнсығыш сығыу юлы аша уҙа. Шулай уҡ электричка менән файҙаланыу мөмкинлеге бар. Ашығыс хеҙмәттәргә үтеү өсөн Князев ауылында борам менән сығыу урыны эшләй. Баш ҡала хеҙмәттәре өфөләрҙе ғәмәлгә индерелгән сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙәрен һәм үҙ сәфәрҙәрен алдан планлаштырыуҙарын һорай. Ваҡытлыса уңайһыҙлыҡ тыуһа ла, шунһыҙ ремонт эштәрен сифатлы һәм ваҡытында башҡарыуҙы тәьмин итеп булмай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, капиталь ремонттан һуң күперҙең габарит үлсәмдәре элеккесә ҡаласаҡ. Башлыса уның төп нигеҙе алмаштырыласаҡ. Белгестәр фекеренсә, төҙөлөш-монтаж эштәренән һуң күперҙең хеҙмәт итеү ваҡыты 50 йылға тиклем тәшкил итәсәк. Төҙөлгән муниципаль контрактҡа ярашлы, бөтә эштәрҙе тамамлау ваҡыты - 2025 йылдың 28 феврале. Әммә күпер төҙөүселәр объектты ваҡытынан алда тапшырыу өсөн бөтә көсөн һаласаҡ. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” ил Президенты Владимир Путиндың Указы положениеларын үтәү маҡсатында Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.