4 июлдә киске сәғәт 11 тирәһендә Ҡариҙел районында Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы автомобиль юлының 65-се километрында, Яугилде ауылы янында, Силәбе өлкәһенән 42 йәшлек ҡатын “Лада Калина” автомобилендә Өфөнән 35 йәшлек ҡатын идара иткән “Лада Гранта” менән ҡапма-ҡаршы бәрелешә. Һуңынан “Лада Гранта” автомобиле “ВАЗ-2114” автомобиленә төкөлә. Юл-транспорт ваҡиғаһында “Лада Гранта” һәм “Лада Калина” водителдәре, икеһе лә ҡатын-ҡыҙ, ваҡиға урынында һәләк була. “Лада Калина”лағы пассажирҙар, 18 йәшлек ҡыҙы һәм 14 йәшлек улдары, шулай уҡ водителдең 17 йәшлек туғаны төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр ала. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике кеше һәләк булған юл фажиғәһенең сәбәптәрен асыҡлай. Хөрмәтле водителдәр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ - уларҙың ғүмере өсөн һеҙ яуаплы. Фото: скриншот.