Кисә кискеһен ашығыс хеҙмәттәргә Илеш районының Үрге Маншыр ауылында шәхси йортта янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, янғынды һүндереү барышында 1985 йылғы инвалид ҡатындың кәүҙәһе табылған. «Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса хеҙмәткәрҙәре эшләне. Янғын сәбәптәрен өйрәнеү һәм ошондай осраҡтарға юл ҡуймау буйынса артабан анализ өсөн Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты инструкторҙары ваҡиға урынына килде», - тип хәбәр итәләр ведомствонан. Көндәр үтә эҫелә мунса яҡҡанда, газ плиталарының мейесен (духовка) файҙаланғанда иғтибарлы булығыҙ, ут сығыу хәүефен иҫегеҙҙән сығармағыҙ, ут менән шаярмағыҙ! Фото: "Башинформ".