Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Беҙ ауыл тормошон яратабыҙ, сөнки хәҙер йәшәү шарттары яҡшырҙы”

АУЫЛ ТОРМОШО “Беҙ ауыл тормошон яратабыҙ, сөнки хәҙер йәшәү шарттары яҡшырҙы” Был юлы сәфәребеҙ Ишембай ҡалаһынан 12 километр алыҫлыҡта ятҡан Алаҡай ауылы тарафтарына төштө. Ҡышҡы сана ла, йәйге арба ла үткеһеҙ юлдар йонсотҡан, миҙгелдәр алмашынған мәл. Күп балалы Вәлиуллиндар ғаиләһенең ике ҡатлы күркәм йорто ауылдың иң ситендә, Күл урамында булып сыҡты. Тарих биттәренә күҙ һалһаң, ауылға исем биргән, Сәскәкүл һәм Ереклекүл һыу ятҡылыҡтарына яҡын ерҙә төпләнгән Юлдашбай Алаҡаевтың ни өсөн тап ошо урынды үҙ итеүен аңларға була. 1830 йылдар аҙағында 25 хужалыҡ булып, унда 193 кеше йәшәгән. Ошо бәләкәй генә ауылда 220 йылҡы, 172 һыйыр, 170-кә яҡын һарыҡ-кәзә аҫралған. Мал-тыуар аҫрау, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн дә ауыл, тәбиғәт шарттары уңайлы булған. XXI быуатта социаль-иҡтисади хәл башҡаса. Йорт хужабикәһе Резеда Әлфәрит ҡыҙы әйтеүенсә, хәҙер ауылдаштарҙың байтағы ситтә эшләй, ире Рафаэль дә ишле ғаиләһен ҡарау, күберәк аҡса табыу өсөн республика буйлап йөрөп эшләй. “Беҙ биш туғанбыҙ, бындай йәшәү рәүешенә күнегелде инде. Ирҙәр аҡса эшләй, беҙ, ҡатындар, гөрләтеп донъя көтәбеҙ, балалар тәрбиәләйбеҙ, уҡытабыҙ, баҡса үҫтерәбеҙ, хужалыҡты һүрелтмәҫкә тырышабыҙ. Әлбиттә, атайҙы балалар һағына, юҡһына. Мин һыр бирмәҫкә тырышам”, – ти күп балалы әсә Резеда Әлфәрит ҡыҙы. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар тыумаһын, Вәлиуллиндар уларҙы бергәләп, кәңәшләшеп еңергә өйрәнгән. Татыу ғаиләлә береһенән-береһе һөйкөмлөрәк өс ҡыҙ бала үҫә. Бындай матур “ сәскә баҡсаһын” ҡоротмай, тәрбиәләп тороу өсөн ғаилә башлығына тырышмай сара юҡ. “Ирем ҡыҙҙарын яратып туя алмай, эштән уларҙы ныҡ һағынып ҡайта, ваҡытын күберәк бүлергә тырыша. Иң өлкән ҡыҙыбыҙ Рияна – 6-сы, Эмилия 2-се класты тамамланы, Әминәгә ни бары 2,5 йәш”, – ти әсә. Резеда үҙе ошо ауылда тыуып үҫкән, Ишембайҙа уҡыған. Салауат ҡалаһында өс төрлө һөнәргә – ашнаҡсы, бухгалтер, секретарь һөнәрҙәренә эйә була. Шишмә егете Рафаэль менән ата-әсәһенә йорт төҙөгәндә таныша. Шунан бирле улар гел бергә. Егет зоотехник һөнәренә эйә булһа ла, яҙмышы уны төҙөлөш эше менән бәйләй. Йәштәр Алаҡайҙа ер алып, йорт һалырға ҡарар итә. Хәҙер инде был оло эштең дә осона сыҡҡандар. – Беҙ ауылда йәшәүҙе өҫтөн күрәбеҙ. Бындай иркенлек, хозурлыҡ тағы ҡайҙа бар? Мал аҫрамаһаҡ та, ҡош-ҡорт тотабыҙ. Һыйыр аҫрау хәҙер рәхәт түгел, бесән әҙерләү өсөн техникаһы, буш ваҡыты кәрәк. Шулай ҙа егәрлеләр юҡ түгел ауылда, һыйыр һауып, һөт һатып йәшәгәндәр ҙә бар. Минеңсә, ауыл тирәһендә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнгән эш күберәк булһа, йәштәр ҙә ситкә китмәҫ, тәрбиәгә мохтаж ата-әсәһе янында көн итер ине, – тип үҙен борсоған уй-фекерҙәре менән уртаҡлашты Резеда. Хөкүмәт тарафынан күп балалы ғаиләләргә күрһәтелгән ярҙамдан ғаилә тулыһынса файҙалана. Балалар баҡсаһы өсөн льготалы түләү, коммуналь хеҙмәттәр өсөн субсидия, һәр балаға 13 мең һумлыҡ берҙәм пособие – күп бала тәрбиәләгән ғаилә өсөн ҙур матди ярҙам. Әсәлек капиталын да йорт һалыуҙа уңышлы файҙаланғандар. Резеда Әлфәрит ҡыҙы ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй. Алаҡай ауыл клубында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн селтәр үреүҙә, блиндаж шәмдәре эшләүҙә яҡташтары менән берҙәм булып, кәңәшләшеп эшләй. Тыуыр таңдарҙың тыныслығын, Ватанды һаҡлаусы яугирҙәрҙең иҫән-имен тыуған яҡтарына еңеү менән ҡайтыуын бөтә күңеле менән теләй күп балалы әсә. Ә донъя көтөүҙәге мәшәҡәттәр, көндәлек бурыстар һәм һынауҙар ҡурҡытмай, татыулыҡ булғанда, уларҙы тормош үҙе хәл итәсәк. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл блогерҙар менән әңгәмәләшкәндә республикала тыуымды арттырыу, йәштәрҙе тәүге сабыйҙарын ҡулға алырға дәртләндереү өсөн яңы саралар эҙләү мөһимлеген белдергәйне. Бала бәхетен татыған ғаиләләр өсөн артабанғы сабыйҙарының донъяға килеүе проблема түгел, “республикала хәҙер күп ғаиләләрҙә өсөнсө һәм дүртенсе бала донъяға килеүе тенденцияға әүерелде”, тине ул. Ғөмүмән, республика етәксеһе был турала йыш телгә ала. Был ишле ғаиләләргә иғтибарҙың артабан да артасағына ишаралай: “Башҡортостан халыҡтарында ҙур ғаилә һәр саҡ төп байлыҡ һыналған. Беҙ республикала күп балалы 59 мең ғаилә булыуы менән ғорурланабыҙ. Ныҡлы ғаилә, бәхетле бала саҡ – дәүләт тотороҡлоғоноң, ил үҫешенең төп шарты булып тора. Беҙҙең йүнәлеш – сәләмәт балалар үҫтереү һәм тәрбиәләү өсөн лайыҡлы шарттар булдырыу, һәм беҙ был йүнәлештән сигенмәйәсәкбеҙ”. Белгестәр әйтеүенсә, агросәнәғәт комплексын үҫтереүгә ҡулайлы тәбиғәт шарттары, дәүләт тарафынан ярҙам, донъялағы хаҡтар һәм тармаҡтың инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс булыуы йоғонто яһай. Ә бына үҙен мәшәҡәтле ауыл тормошонан, еңел булмаған ер эшенән, мал-тыуар аҫрауҙан башҡа күҙ алдына килтермәгән ғаиләләрҙең тыуған яғында тамыр йәйеүе, йәмғиәткә файҙа килтереүе өсөн нимәләр эшләү маҡсатҡа ярашлы булыр ине? Шул сараларҙың береһен Борай районында йәшәгән күп балалы ғаилә миҫалында ҡарамаҡсыбыҙ. Эльвина Мостафина һәм Максим Ғәббәсовтар район үҙәгендәге йорттарын ҡалдырып, 15 сутый ере булған бәләкәйерәк бер йорт һатып алған. Артабан, төкәтмә яһап, уны ҙурайтырға иҫәптәре бар. Ни тиһәң дә, ғаиләлә уҙыша-уҙыша дүрт ир бала үҫеп килә. Ҙур улдары Наил менән Данис 14 һәм 12 йәшлек үҫмерҙәр инде, биш йәшлек Әнүәр балалар баҡсаһына йөрөй, төпсөктәре Реваз ни бары йәш ярымлыҡ ҡына. Ике йыл эсендә ҡул эшенә оҫта йорт хужаһы байтаҡ төҙөлөш эштәрен башҡарып өлгөргән, аҙбарын да, мунсаһын да һалған. Күпләп ҡош-ҡорт тоталар, хатта ғаиләнең инкубаторы бар, бүлмәләрҙең береһендә бик берҙәм сипылдашҡан себештәрен дә күрҙек. “Бер юлы 104 себеш сыға, шунда уҡ һатып ебәрәм, клиенттарым бар”, – ти Эльвина. Йорт хужабикәһе бығаса “Светофор” магазинында һатыусы булып эшләгән, әле декрет ялында, хужалыҡ эштәре менән мәшғүл. Ире Максим юл төҙөлөшөндә эшләй. Йәштәр үҙ хужалыҡтарын булдырып йәшәү өсөн бөтә көсөн һала. Борайҙағы ”Ғаилә” хеҙмәте бүлеге белгестәре ишле ғаиләне яҡшы белә, уға контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам алыу буйынса булышлыҡ иткән. Йылдың тәүге кварталында ғына республиканың 200-гә яҡын кешеһе социаль контракт нигеҙендә шәхси ярҙамсы хужалыҡ эйәһе булыуға өлгәште. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара ИВАНОВА ла был хаҡта әйтеп үткәйне: “Социаль контракт үҙен ғаиләләргә яңы килем сығанағын булдырыу һәм бәләкәй бизнесты башлау өсөн ярҙам итеүсе тәьҫирле инструмент булараҡ күрһәтте. Бизнесты асыу өсөн бер тапҡыр бирелгән түләүҙең максималь күләме – 350 мең һум. Программала ҡатнашыусыларҙың өҫтәмә күнекмә һәм профессиональ белем алыуы өсөн һөнәргә өйрәнеү курстары үтеү мөмкинлеге бар. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк”. Контракт буйынса социаль ярҙам аҙ килемле ғаиләнең тормош кимәлен күтәрергә тейеш. Һәр осраҡта социаль яҡлау органдары ғаиләнең килемен арттырыуҙың тәьҫирле ысулдарын һайлашырға тейеш. Уның юлдары төрлө: табышлы эш табырға ярҙамлашыу; өҫтәмә һөнәр алыуҙа; эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлауҙа, шәхси ярҙамсы хужалыҡ булдырыуҙа, ауыр тормош хәленән сығыуҙа саралар күреүҙә булышыу. Түләүҙәр ҙурлығы төбәк кимәлендә билдәләнә, ә федераль кимәлдә сикләүҙәр ҡаралған: бизнес асыуға – 350 мең һум; шәхси ярҙамсы хужалыҡҡа – 200 мең һум; яңынан уҡыу һәм һөнәр алыуға – 30 мең һумға тиклем; ҡатмарлы тормош хәленән сығыуға бөтә контракт осоронда – 50-70 мең һум. Әгәр ниндәйҙер сәбәп менән Рәсәй биләмәһенән ситкә сығырға тура килһә, түләүҙәрҙе бер ай эсендә кире ҡайтарырға кәрәк икәнлеген дә онотмайыҡ. Аҙ килемле ғаиләнең йәки аҙ килемле яңғыҙ йәшәгән граждандың йән башына тура килгән килеме йәшәү минимумы дәүмәленән түбән булғанда ғына ярҙамдың был төрөнә дәғүә итергә мөмкин. Яңы таныштарыбыҙ Эльвина һәм Максим шәхси хужалыҡты үҫтереүгә аласаҡ түләүҙәрҙе маҡсатлы тотонасаҡ, улар аҡса иҫәпкә килеү менән йәш үгеҙҙәр һәм күркә алыуҙы планлаштыра. “Беҙҙең өсөн бик ҡулайлы программа, – ти йәштәр, ҡыуанышып. – Ваҡытында отчет бирергә генә кәрәк, эш барһа, аҡсаны ҡайтарырға тура килмәйәсәк”. Был түләүҙәрҙе мал-тыуар, ҡош-ҡорт, бал ҡорттары һатып алыуҙан тыш, ветеринария препараттары, баҡса ҡорамалдары, орлоҡ, үҫентеләр алыуға ла тотонорға мөмкинлеген белдек. Борайҙағы “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре әйтеүенсә, ауыр тормош хәленә юлыҡҡан ғаиләләр өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамына районда ихтыяж бар, ул граждандарҙың тәү сираттағы һорауҙарын үтәргә, балаларҙы кәрәкле тауарҙар менән тәьмин итергә ярҙам итә. Эльвина менән Максим да был мөмкинлектән файҙаланған, ғаиләне мөһим кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүгә булышҡан программанан улар ҡәнәғәт ҡалған. “14 мең һум беҙҙең өсөн ул мәлдә бик ҙур аҡса ине. Бындай дәүләт ярҙамы ҙур ғаиләләр өсөн һис артыҡ түгел”, – ти күп балалы әсә. Йәш ғаиләнең дәүләт саралары ярҙамында, үҙ тырышлыҡтары һәм уңғанлыҡтары менән аяҡҡа баҫырға, балаларына тәрбиә, белем бирергә ынтылыуын хупларға ғына ҡала. Маҡсат ҡуйып, сәләмәт тормош менән йәшәгән йәштәрҙең бөтә ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығасағына шикләнмәйбеҙ. Динә Арыҫланова. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. “Ҡыҙҙарым-йондоҙҙарым миңә терәк”, – ти Резеда Вәлиуллина. Эльвина һәм Максим Ғәббәсовтар себеш үҫтерергә ярата.