Найти в Дзене

Кешеләргә тик изгелек ҡылды

Башҡорт әҙәбиәтенә уҙған быуаттың 60-сы йылдарында килгән беҙҙең быуын (күбебеҙ ул саҡта вуз студенттары) өсөн Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан яугир ҡәләм оҫталары буй етмәҫ бейеклек, ҡаһарманлыҡ һәм рухи юғарылыҡ өлгөһө булды. Һәм шундай булып ҡалдылар ҙа. Улар менән башта юғары уҡыу йорттарында әҙәби кисәләрҙә осрашһаҡ, тора-бара Матбуғат йортонда, редакцияларҙа, китап нәшриәтендә, Яҙыусылар союзында, ғилми институтта күрешергә, аралашырға тура килде. Һуғыштан һуң әҙәбиәтте күтәреүҙә, башҡорт әҙәбиәтен Рәсәй һәм донъя кимәленә сығарыуҙа яугир яҙыусыларыбыҙҙың ижади хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Еребеҙ яҙмышын ҡурсалаған, заман һулышын тойоп йәшәгән ил ағалары бөгөнгө быуын әҙиптәре өсөн генә түгел, ә киләсәктә лә башҡорт әҙәби телен нығытыуҙа, нәфис әҙәбиәтте артабан үҫтереүҙә ижад ҡаһарманлығы өлгөһө булып торасаҡ. Был иҫтәлектәрҙә һүҙем – Зөлфәр ХИСМӘТУЛЛИН тураһында. Кем ул Зөлфәр Хисмәтуллин? Бөгөнгө яңы быуын, йәш уҡыусылар (йәғни әҙәбиәт һөйөүселәр) уны белеп бөтмәүҙәре лә бик ихтима

Башҡорт әҙәбиәтенә уҙған быуаттың 60-сы йылдарында килгән беҙҙең быуын (күбебеҙ ул саҡта вуз студенттары) өсөн Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡан яугир ҡәләм оҫталары буй етмәҫ бейеклек, ҡаһарманлыҡ һәм рухи юғарылыҡ өлгөһө булды. Һәм шундай булып ҡалдылар ҙа. Улар менән башта юғары уҡыу йорттарында әҙәби кисәләрҙә осрашһаҡ, тора-бара Матбуғат йортонда, редакцияларҙа, китап нәшриәтендә, Яҙыусылар союзында, ғилми институтта күрешергә, аралашырға тура килде. Һуғыштан һуң әҙәбиәтте күтәреүҙә, башҡорт әҙәбиәтен Рәсәй һәм донъя кимәленә сығарыуҙа яугир яҙыусыларыбыҙҙың ижади хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Еребеҙ яҙмышын ҡурсалаған, заман һулышын тойоп йәшәгән ил ағалары бөгөнгө быуын әҙиптәре өсөн генә түгел, ә киләсәктә лә башҡорт әҙәби телен нығытыуҙа, нәфис әҙәбиәтте артабан үҫтереүҙә ижад ҡаһарманлығы өлгөһө булып торасаҡ. Был иҫтәлектәрҙә һүҙем – Зөлфәр ХИСМӘТУЛЛИН тураһында. Кем ул Зөлфәр Хисмәтуллин? Бөгөнгө яңы быуын, йәш уҡыусылар (йәғни әҙәбиәт һөйөүселәр) уны белеп бөтмәүҙәре лә бик ихтимал, сөнки был әҙиптең беҙҙең аранан китеүенә лә бер нисә тиҫтәнән ашыу ғүмер үтеп киткән. Икенсенән, ошо дәүер эсендә яҙыусының һуңғы китабы бынан 34 йыл элек сыҡҡан (“Характерлы кеше”, Өфө, 1990). Шулай булғас, бөгөн йәш быуын ҡайҙан Зөлфәр Хисмәтуллин хаҡында хәбәрҙар булһын да берәй нәмә белһен, ти? Ә бит Зөлфәр Фазыл улы Хисмәтуллин, үҙе яҙғанса, “характерлы кеше” генә түгел, иң мөһиме, кешелекле, көслө рухлы шәхес тә ине. Кешелекле тигәндә мин иң элек уның бүтәндәргә итәғәтле, кеселекле һәм бик тә иғтибарлы, ихтирамлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Тәбиғәтендәге ошо сифаттары уға ҡушылған, йөкмәтелгән һәр бер эште еренә еткереп башҡарырға ла, кешеләргә бары тик изгелек итергә, файҙа килтерергә лә булышлыҡ иткәндер. Гәзит һәм журнал редакцияларында эшләгәндә лә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының Әҙәби фонды директоры сағында ла ул үҙенең ошо төп принциптарына — кешеләргә изгелек ҡылырға — тоғро булды. Кешенең хәленә инеү, йәшәү шарттарын яҡшыртыу, ижад итергә уңайлыҡтар булдырыу — бер уйлаһаң, иң мөһим хәстәрҙәр икән дәбаһа! Кеше шуларһыҙ йәшәй ҙә, тулы ҡеүәтенә хеҙмәт итә лә алмай. Ә ана шул хәстәрҙәр менән кемдер берәү шөғөлләнергә, ваҡытын бүлеп, хатта үҙ ижадын онотоп, теге йәки был йомош артынан сабырға ла тейеш бит әле! Зөлфәр ағай Хисмәтуллин иһә ошо мөһим бурыстарҙы тыныс ҡына, ихластан атҡарҙы ла йөрөнө, үҙенә бер кемдән дә ярҙам да һораманы, зарланманы ла. Ә ул зарлана торғандар затынан түгел ине. Ғорур булды, аҙ һөйләр, күп эшләр ине. 1977–1981 йылдарҙа беҙгә Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында бергә эшләргә тура килде. Бына шунда мин уның эш кешеһе характерлы булыуын, һүҙенең эштән айырылмағанын аңланым. Идара рәйесе Әсғәт Мирзаһитов иртәнге сәғәттәрҙә берәй йомош ҡушһа, Зөлфәр ағай уны йә шул көнөндә үк, йә иртәгәһенә үк үтәп тә ҡуйған була. Хәҙер беҙ “торғонлоҡ” тип атаған замандарҙа яҙыусы халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыу эше бөгөнгөнән күпкә һәйбәт ине: дәүләт иҫәбенә төҙөлгән йорттарҙан яҙыусы ғаиләһенә фатир алып биреү менән даими рәүештә Литфонд шөғөлләнде. Бында “Литфонд”ты З.Ф. Хисмәтуллин тип уҡырға кәрәк. Бер ниндәй шаяртыуһыҙ. Сөнки Зөлфәр ағай шул мәсьәләгә тотонмаһа, төбөнә төшмәһә, проблема хәл ителмәй ҡала, тимәк, фатир ҙа юҡ тигән һүҙ. Һәм, әйтергә кәрәк, Литфондта ул эшләгән дәүерҙә (1967—1983) әллә күпме яҙыусы фатирлы һәм эш кабинетлы (ижад бүлмәле) булып ҡалды, әҙиптәрҙең “Аҡлан”дан башҡа “Аҡманай” баҡса ауылы үҫеп сыҡты, мәрхүм яҙыусыларыбыҙға хөкүмәт иҫәбенә күпме мемориаль һәйкәлдәр (ҡәбер таштары) ҡуйылды. Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Күңелдәргә күсә икән ул. Зөлфәр ағай тураһында кем менән генә әңгәмәләшмә, барыһы ла эшкә уның шикелле лә яуаплы ҡараған кеше һирәк, тиҙәр. Хаҡ һүҙҙәр. Зөлфәр Хисмәтуллин әҙәбиәттә ҡыҫҡа, бәләкәй күләмле сатирик һәм юмористик хикәйәләр авторы булараҡ танылды. Ҡыҫҡа яҙыу, ҡыҫҡалыҡ – талант билдәһе, тиҙәр. Сөнки төп фекерҙе бәләкәй генә күләм эсендә лә сатнатып әйтеп биреү өсөн, ысынлап та, оҫталыҡ, яҙыу камиллығы, тел тапҡырлығы, фекер тослоғо кәрәк бит. Яҙыусының алтмыш йәше уңайынан донъя күргән “Мөхәббәт серҙәре” (1983) китабына яҙған баш һүҙендә күренекле прозаик, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәрит Иҫәнғолов, мәҫәлән, З. Хисмәтуллиндың һирәгерәк, сағыштырмаса аҙыраҡ ижад итеүенең сәбәптәрен шулай билдәләй: “Ул әҙәбиәткә тормош һәм ижад тәжрибәһен ныҡ туплап, бер юлы өлгөргән яҙыусы булып килде. Бының өҫтөнә, күргәнебеҙсә, ул әҫәрҙәрен мәшәҡәтле һәм яуаплы эштәр араһында, һирәк тейгән ял сәғәттәрендә генә яҙа алды (бәлки, былар өҫтөнә яу яралары һыҙлауы ла ҡушылғандыр)”. Зөлфәр Хисмәтуллиндың ҡыҫҡа хикәйәләр яҙыу менән генә сикләнеүе һәм ҙур күләмле әҫәрҙәргә тотонмауы уның әҙәби ижад өсөн махсус, буш ваҡыт таба алмауына бәйлелер, бәлки. Уның берҙән-бер повесы ла (“Таң алдынан”), мәҫәлән, күләм яғынан ҙур түгел – ҡырҡ битлек. Ләкин бында эш күләмдә түгел. Зөлфәр Хисмәтуллиндың прозаһы фекер тығыҙлығы менән көслө. Ҡыҫҡа хикәйәләрҙә, бигерәк тә психологизм менән һуғарылған етди хикәйәләрендә (“Әбейҙәр сыуағы”, “Өҙөлгән япраҡ”, “Йоҡоһоҙ төн”, “Һуңғы осрашыу” һәм башҡалар), ул үҙен оҫта ҡәләмле рәссам итеп таныта. Ә инде сатирик һәм юмористик пландағы хикәйәләре менән ул әҙәбиәтебеҙҙә һүҙ оҫталары булып танылған Сәғит Агиш, Сәләх Кулибай, Тимер Арслан, Марат Кәримов рәтенә күтәрелде. Тамсыларҙан күл йыйыла тигәндәй, З. Хисмәтуллиндың яйлап-яйлап, ҡабаланмай ғына тиргән ижад емештәренән тупланған китаптары ла тиҫтәләп булып киткән икән дә. Уларҙың барыһы ла тормоштағы хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнеп яҙылған, теге йәки был фәһемле осрашыуҙар һөҙөмтәһе булып тыуған. Яҙыусының ҡайһы ғына хикәйәһенә мөрәжәғәт итһәң дә, уларҙан тормош һулышы бөркөлә, халыҡсан тел, образлы ҡылыҡһырлау күңелгә ята. “Әбейҙәр сыуағы” хикәйәһендә, мәҫәлән, тәбиғәттең кеше менән йәнәшә ҡуйылыуы (һуңғы күкрәү, йәшенле ҡойма ямғыр, әбейҙәр сыуағы — мөхәббәт коллизияһы, ғаилә тарҡалыуы, етем бала...) лирик геройҙарҙың күңел донъяһын тәрәнерәк асыу өсөн бик уңышлы файҙаланыла. Һүҙҙе йомғаҡлап әйткәндә, яҙыусы Зөлфәр Хисмәтуллиндың башҡорт әҙәбиәтендәге урыны бәхәсһеҙ. Ул сатира-юмор өлкәһендә күп эшләне, уңыштар ҡаҙанды, оҫталыҡҡа өлгәште. Шуның менән бергә, реалистик (“етди”) пландағы хикәйәләрендә ул үтә лә тормошсан проблемалар күтәреүсе әҙип булараҡ күҙаллана: ниндәй генә дәүерҙәр үтмәһен, мөхәббәт, сафлыҡ, әҙәп, әхлаҡ, иман ҡанундары иҫкермәй, улар йәмғиәттең аҫыл нигеҙен тәшкил итә. Зөлфәр Хисмәтуллиндың геройҙары бөгөн дә беҙҙең арала йөрөй кеүек. Тирә-яғыңа күҙ һалырға, бүтәндәрҙең ҡылыҡ-холҡон баһалағанда үҙ-үҙеңде лә байҡарға, күңел тетрәткес хәлдәрҙән, аяныслы яҙмыштарҙан фәһем-ғибрәт алырға ла саҡыра улар. Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры. Фотоһүрәт - Ҡ. Аралбайҙың шәхси архивынан.