Хәйбулла районы ағинәйҙәренең береһе Фәнүзә Ҡәйепова оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер булып эшләгән. Степной (халыҡ телендә – Ҡараһыу) ауылы ҡыҙы Сибай медицина училищеһын тамамлап, 1972 йылда район үҙәк дауаханаһының инфекция бүлегендә эшләй башлай. Һөйкөмлө һәм һәр сирлегә иғтибарлы шәфҡәт туташына күҙ һалыусы егеттәр аҙ булмағандыр, әммә ҡыҙ үҙе эшләгән бүлеккә сирләп килгән Сәғит ауылы егете Ғәлиулла Хәмит улына тәү күргәндә үк ғашиҡ була. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң ғаилә ҡора һәм ауылда төпләнеп ҡала. Килен булып төшкәндең икенсе көнөнә үк Фәнүзә Зыя ҡыҙы ауылдағы бикле торған фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләй башлай һәм 35 йыл ауылдаштарының сәләмәтлеге һағында тора. Ауыл фельдшерына эшләүе еңелдән түгел. Тәүлектең һәр сәғәтендә уға мөрәжәғәт итеүселәр табыла, көн һәм төн тимәй, ямғыр яуамы, ҡармы — ул һәр саҡ сирлеләр янына ашыға, уларға тәүге ярҙам күрһәтә. Фәнүзә Зыя ҡыҙының йоҡоһоҙ үткәргән төндәре лә күп була, әммә һис кенә лә зарланып ултырмай. Иренең дә уны һәр саҡ