Һары мәтрүшкә — аш эшкәртеүҙе һәм йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды туҡтата, тынысландыра, йүтәлдән ҡотҡара, стоматит һәм гингивит ваҡытында ҡулланыла. Ер еләге һәм ҡайын еләге япраҡтары. Һары мәтрүшкә — аш эшкәртеүҙе һәм йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта, ҡанды туҡтата, тынысландыра, йүтәлдән ҡотҡара, стоматит һәм гингивит ваҡытында ҡулланыла. Ер еләге һәм ҡайын еләге япраҡтары — матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмдағы тоҙҙарҙы сығара, ангина ваҡытында бөтөрөргә ярҙам итә. Ҡылыс үлән (аир) — ауыртыуҙы баҫа, тынысландыра, елкенһенеүгә ҡаршы файҙаланыла, температураны төшөрә. Багульник үләне — үпкә ауырыуҙары, бөйөр, ашҡаҙан-эсәклек, тоҙ ултырыу ауырыуҙарынан, ревматизмдан ҡотҡара. Ҡайын япраҡтары — организмдан шлактарҙы сығарырға, ҡанды таҙартырға булышлыҡ итә. Һыу боросо (горец перечный) — тире ауырыуҙары ваҡытында ҡулланыла. Мәтрүшкә — һалҡын тигәндән, йоҡоһоҙлоҡтан файҙаланыла, нерв системаһын тынысландыра. Дегәнәк тамыры — сәсте нығыта.