Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Бөрйәндең талантлы шағирәһе, "Таң" гәзите журналисы Айһылыу Ғарифуллина шатлыҡлы ваҡиға кисергән. "Афғанстандан ғәскәрҙәрҙе сығарыуға 35 йыл" миҙалы менән Бөрйән районы "Таң" гәзите журналисын "Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы" республика йәмәғәт ойошмаһы бүләкләгән.Шулай уҡ ижадсыға Республика ветерандар советы рәйесе Валерий Шәриповтың Рәхмәт хаты тапшырылған.Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Бөрйән шуравиҙары (Афғанстанда совет кешеләрен шулай тип йөрөткәндәр) тураһында китап сығарырға ярҙам иткән.Ҡәләм оҫтаһы хәҙер бүләккә бирелгән афған ҡаҙанында кабули, болани, һис юғы борани йәки фирни бешерергә өйрәнмәксе. Коллегабыҙҙы беҙ ҙә ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан уңыштар теләйбеҙ! Фото: Айһылыу Ғарифуллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.