Мәғлүм булыуынса, 2-3 июлдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Global Management Challenge Стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың милли финалы үтә. Иҡтисад тарихсыһы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының П. А. Столыпин исемендәге Дәүләт иҡтисад идаралығы лабораторияһы мөдире Андрей Быков «Иҡтисади пинг-понг: Һиндостанда нисек еңергә?» исемле оҫталыҡ дәресе уҙғарҙы. Эксперт теорияһы буйынса, донъяла иҡтисадтың ике төрө бар: Көнсығыш илдәренә хас булған үҙ-үҙен тәьмин итеү иҡтисады (мәҫәлән, Һиндостан һәм Ҡытай) һәм көнбайыш илдәренә хас булған табыш иҡтисады. Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙең үҙенең көслө иҡтисад мәктәбе бар, уға үҙ ваҡытында йәшерен һуғыш иғлан ителгән. 50-се йылдар башында СССР властары йәшәү өсөн кәрәкле тауарҙарға хаҡтарҙы өс тапҡырға кәметеүгә өлгәшә, ә алтмышынсы йылдар уртаһынан СССР тарҡалыуына килтергән иҡтисади реформалар үткәрелә башлай. Тарихсы фекеренсә, һуңғы йылдарҙа Рәсәй үҙ-үҙен
