2-3 июлдә Өфөлә үткән Global Management Challenge стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса халыҡ- ара чемпионатының милли финалында ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн эшлекле программа –иҡтисади үҫеш һәм стратегик менеджмент мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, сессиялар һәм осрашыуҙар ойошторолдо. «Һөҙөмтәлелек менән идара итеү системаһы һәм визуаль менеджмент ҡоралы булараҡ инфоүҙәк» тип аталған оҫталыҡ дәресен Төбәк компетенциялар үҙәге проекттары етәксеһе Александр Кириллов үткәрҙе, ойошманың маҡсаттары һәм бурыстары тураһында һөйләне. 2018 йылда РФ Президентының май указдары менән «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты башланғаны мәғлүм, уның төп маҡсаты — 2024 йылда Рәсәй предприятиеларының хеҙмәт етештереүсәнлеген 5 проценттан кәм булмаған күләмдә арттырыу. Бөгөн беҙ маҡсатҡа яҡын — 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙә уртаса 4,3 процентҡа еттек, быйыл йомғаҡ яһаясаҡбыҙ, — тип билдәләне Александр Кириллов. - Бөгөнгө осрашыуҙың маҡсаты - Башҡортостан предприятиеларында һаҡсыл