Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ир ҙә, кәмә лә табылмаған

Көндәрҙең эҫе тороуы һыуға батыусыларҙың һанын ҡырҡа арттырҙы. Бөгөн Өфө ҡалаһының Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре Инорс микрорайонындағы Йылы күленән 50-60 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарған. Ваҡиға буйынса тикшереү бара. Шулай уҡ бәхетһеҙ осраҡ Мәсетле районында ла теркәлгән. Өс дуҫ моторлы кәмә менән Әй йылғаһына юллана, үҙҙәре менән бер йәшник һыра һәм араҡы алалар. Ярты көн буйы йөҙөп йөрөгәндән һуң, нимәгәлер эләгеп, кәмә түңкәрелә. Ярға йөҙөп сыҡҡас, өсөнсө дуҫтарының юҡлығын белеп, ирҙәр төн уртаһына тиклем үҙаллы эҙләй, таба алмағас, ҡотҡарыусыларға шылтырата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә ир ҙә, кәмә лә табылмаған. Күпме иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеү дауам ителә. Шулай уҡ һыуға спиртлы эсемлектәр ҡулланып йә иһә эсеп төшөүселәрҙең дә һаны арта. Фото: МЧС