Күптәрҙең яратҡан йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин 1970 йылдың 23 майында Ғафури районының Юлыҡ ауылында тыуған. Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класында, Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бүлегендә уҡый. Студент йылдарында уҡ төрлө йыр конкурстарында ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Йырсы булараҡ республикала һәм сит өлкәләрҙә танылыу яулай. Беҙ уны моңло тауышлы йырсы ғына түгел, алып барыусы, радиотапшырыуҙар дикторы булараҡ та беләбеҙ. Фәрүәздең йырҙарын да, ижадын да халыҡ һәр урында яратып ҡабул итә, шуға күрә концерттарында ла зал тамашасылар менән тулы була. Ошо айҡанлы йырсының туғаны, яҙыусы һәм журналист Земфира Аҡбутина бер ҡыҙыҡ хәл тураһында һөйләгәйне. “Фәрүәз Урманшиндың ауылыбыҙҙа ҡуйған бер концерты ҡыҙыҡ хәтирә булып иҫтә һаҡлана. 90-сы йылдар башында төрлө төркөмдәр ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәк һымаҡ күбәйеп киткәйне. Бер мәл беҙгә лә – Ейәнсура районының Ибрай ауылына бер рок төркөмө концерт менән килде. Исеме хәтерҙә ҡалмаған, ә