Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ул һәр ваҡыт бала саҡ илендә йәшәй

МӘҒАРИФ Ул һәр ваҡыт бала саҡ илендә йәшәй Өфө районының Алексеевка ауылында урынлашҡан “Аленушка” балалар баҡсаһы – ярайһы уҡ бай тарихҡа һәм матур традицияларға эйә тәрбиә усағы. Киләһе йыл уның асылыуына 45 йыл тула. Бөгөн бындағы 12 төркөмгә 400-ҙән ашыу бәләкәс йөрөй. Уларға ҙур донъяны танып белергә өйрәткән тәрбиәселәр араһында күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан мәктәпкәсә учреждениеларҙың йәш педагогтарына тәғәйен 500 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булған Фәниә Мәмәтҡолова ла бар. Күгәрсен районының Мораҡ ауылында тыуып үҫкән Фәниә Марат ҡыҙы был һөнәрҙе аңлы рәүештә ҙур теләк буйынса һайлай. – Бала сағымдан өс һеңлемде ҡарап, апай булараҡ, ҡурсалап үҫтем. Һылыуҙарымдың бәләкәйен күтәреп, икәүһен етәкләп, күрше ҡыҙҙарға уйнарға барабыҙ. Мин гел йә “уҡытыусы”, йә “тәрбиәсе” була торғайным, – тип күңелле бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты Фәниә. Шуға күрә туғыҙынсыны тамамлаған ҡыҙҙың Салауат педагогия колледжына уҡырға инеү теләген ата-әсәһе хуплап ҡаршы ала. Артабан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡып, баш ҡаланың 128-се мәктәбендә, 132-се балалар баҡсаһында эшләп, һөнәри йәһәттән белем һәм тәжрибә туплай. 2015 йылдан Ф.М. Мәмәтҡолова – Алексеевка ауылындағы “Аленушка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе. – Фәниә Марат ҡыҙы – эшенә бик яуаплы ҡараған хеҙмәткәр. Балаларҙы яратыуы, ижади ҡарашлы булыуы хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күрергә булышлыҡ итә. Ул 2017 йылда “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” район һөнәри оҫталыҡ конкурсы лауреаты булып танылды, шулай уҡ IX Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады интернет-конкурсында I дәрәжә диплом менән бүләкләнде, Өфө районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары араһында “Изге әкиәттәр” район оҫталыҡ конкурсында “Өләсәйем әкиәттәре” конкурсында еңеүсе булып танылды, – ти мәктәпкәсә учреждениеның өлкән тәрбиәсеһе Люция Мәхмүтова. Люция Тимерғәли ҡыҙы бөгөн балалар баҡсаларына йәш белгестәрҙе эшкә йәлеп итеүҙең мөһимлеген билдәләне. “Аленушка”ла ла бындай ихтыяж бар. “Бөгөн йәштәр балалар баҡсаларына килергә атлығып тормай. Шуға күрә әлеге грант ише ярҙам саралары бик кәрәк. Республика етәкселегенең мәктәпкәсә мәғарифты үҫтереүгә йүнәлткән башланғыстарын хуплайбыҙ. Йәш белгестәргә тәғәйен ярҙам саралары уларҙы үҙ һөнәре буйынса артабан ла тырышып эшләргә дәртләндерә. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа йәштәрҙе төрлө яҡлап хәстәрләргә, оло быуын тәрбиәселәренә лайыҡлы алмаш булдырырға тырышабыҙ”, – тине өлкән тәрбиәсе. Грантҡа лайыҡ булыуына Фәниә Марат ҡыҙы үҙе лә ныҡ шатланыуын белдерҙе. – Быйыл ғинуарҙа мөдиребеҙ Наталья Геннадиевна менән өлкән тәрбиәсе Люция Тимерғәли ҡыҙы ошо конкурста ҡатнашып ҡарарға дәртләндерҙе. Документтарҙы туплап, ғариза ебәрҙем. 12 йыл эшләү барышындағы һөҙөмтәләремде, ҡаҙаныштарымды барланым. Электрон почтаға конкурстан үтеүем тураһында хат килеп төшкәс, башта ышанманым. Әле ошо матур ваҡиғаның тәьҫирендә ҡыуанып эшләп йөрөгән сағым, – тине Фәниә Мәмәтҡолова. Улар тормош юлдашы Илдар менән 2015 йылда ошо Алекссевка ауылында төпләнгән. Улдары Дамир V класты тамамлаған, ҡыҙҙары Камила әсәһе эшләгән балалар баҡсаһына йөрөй. Мәмәтҡоловтар грант аҡсаһын ғәмәлдәге кредитты ҡаплау өсөн ҡулланғандар. “Был сумма ғаиләнең матди хәлен яҡшыртыуға ҙур ярҙам булды. Ғөмүмән, хеҙмәтеңдең баһаһын татыу – үҙе бер бәхет икән”, – ти Фәниә Марат ҡыҙы. Әлбиттә, һәр эштең ыңғай ҙа, ауыр ҙа яҡтары була. “Беҙҙең хеҙмәт ҙур яуаплылыҡ талап итә, сөнки ата-әсә һиңә иң ғәзиз кешеһен – балаһын ышанып тапшыра. Бәләкәстәрҙе үҙ ыҙаныңа төшөрөп алһаң, эш һәүетемсә дауам итә. Бала күңеле – бик һиҙгер, ул һинең яратыуыңды ла, талапсанлығыңды ла шунда уҡ тоя. Тағы ла тәрбиәсе һөнәренең күп яҡлы булыуын билдәләгем килә. Беҙ, кәрәк икән, йырсы ла, бейеүсе лә, ойоштороусы ла, театр артисы ла булып китәбеҙ. Шулай уҡ бәләкәстәр менән эшләгәс, һәр ваҡыт хәрәкәттәһең, үҙеңде һәр саҡ бала саҡ илендә йәшәгән кеүек тояһың”, – тип эшенең нескәлектәрен уртаҡлашты тәрбиәсе. Бәләкәй генә йән эйәләренең һинең күҙ алдында үҫеүен, донъяны танып белергә, ҡәләм тоторға, һүрәт төшөрөргә, төҫтәрҙе, хәрефтәрҙе танырға өйрәнеүен күреү күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек бирә, хатта ғорурлыҡ уята, ти Фәниә Марат ҡыҙы. Бала өндө дөрөҫ әйтә башлаһа ла, ҡәләмде дөрөҫ тотһа ла ихлас күңелдән ҡыуана ул. Ата-әсәләр менән бик матур бәйләнеш булдырыуға өлгәшкән йәш белгес. Уларҙың ярҙамын тойоп эшләй. ­– Йәшәгән ерем – Алексеевка ауылы ла, башҡарған эшем дә ныҡ оҡшай. Әйткәнемсә, коллективтан уңдым. Ең һыҙғанып эшләйбеҙ. Баҡсабыҙҙа бассейн, тоҙ бүлмәһе бар. Балаларҙың һәләттәрен асыу өсөн мөмкинлектәр ҙә етерлек. Һәр ваҡыт күтәрмәләп торған, яңылыҡҡа өндәгән етәкселеккә, мине эшкә өйрәткән остаздарыма рәхмәт. Йәштәр тәрбиәсе булыуҙан ҡурҡмаһын, бында һөнәри үҫеш, ижади эшмәкәрлек өсөн даирә киң, – тине әңгәмә һуңында Фәниә Марат ҡыҙы. Йәш белгескә хеҙмәтендә уңыштар, тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштар теләп хушлаштыҡ. Радий ХӘБИРОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы: – Тәрбиәселәр баланы шәхес булараҡ тәрбиәләүҙең инешендә тора. Мәктәпкәсә мәл – баланың тәүге белемгә, аралашыу тәжрибәһенә эйә булған, дуҫтар тапҡан, һәләттәрен үҫтергән бик әһәмиәтле осоро. Ошо йүнәлештә бәләкәстәргә уларҙы яратҡан остаздары ҙур ярҙам күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа республиканың мәктәпкәсә белем биреү системаһы әүҙем үҫешә. Беҙ йыл һайын уртаса алғанда, унар яңы балалар баҡсаһы төҙөйбөҙ һәм асабыҙ. Был – бик яҡшы күрһәткес. Уларҙы заманса үҫтереүсе ҡорамалдар һәм технологиялар менән йыһазландырыуҙы хәстәрләйбеҙ. Дөйөм алғанда, сифатлы мәктәпкәсә белем биреүҙе һәр бала өсөн асыҡ һәм уңайлы итеү өсөн тырышабыҙ. Беҙҙең Башҡортостанда бына тигән балалар баҡсалары эшләй. Рәсәй Президентының башланғысына ярашлы балалар баҡсаларын капиталь ремонтлау буйынса программаның башланыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Әлеге ваҡытта Башҡортостан әүҙем рәүештә документтар әҙерләй һәм ошо программа мәктәпкәсә учреждениеларыбыҙҙы тағы ла яҡшыраҡ итергә, яңыртырға булышлыҡ итәсәк. ӘЙТКӘНДӘЙ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2023 йылдың 3 августағы Указына ярашлы, мәктәпкәсә учреждениеларҙың йәш педагогтарына 500 мең һумлыҡ 50 грант булдырылды. Уға 35 йәшкә тиклемге тәрбиәселәр, педагог-психологтар, уҡытыусы-логопедтар, уҡытыусы-дефектологтар, музыкаль етәкселәр, физик тәрбиә инструкторҙары дәғүә итә ала. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы. Фотола: Фәниә Мәмәтҡолова кескәйҙәр менән дәрес үткәрә.