Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәш ғалим импланттар эшләй

Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимы, фәндәр кандидаты Эльвира Хафизова ортопедик импланттар һәм ҡан тамырҙары стенты етештереү өсөн уникаль биоиреүсе цинк материалдарын тикшерә. Был проект Башҡорт дәүләт медицина университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең молекула һәм кристалдар физикаһы институты, Перспективалы материалдар физикаһы институты менән берлектә тормошҡа ашырыла. -Был материалдар организмда күпмелер ваҡыттан тулыһынса иреү сифатына эйә. Шуға ла пациентҡа ҡабаттан операция эшләү ихтыяжы юҡ, - ти ғалим. Тикшеренеүҙәр донъя кимәлендәге вуз-ара кампус, фәнни институттар биләмәһендә башҡарыла. Материалды әҙерләү техник фәндәр кандидаты Эльвира Хафизова етәкселегендә Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимдар командаһы тарафынан башҡарыла. Әлеге ваҡытта материалды һынау йорт ҡуяндарында бара. Артабан тәжрибәле өлгөләрҙе күбәйтеү ниәтләнә. Производствоға ебәреү һәм сертификатлау ике йылдан дүрт йылға тиклемге ваҡытты а

Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимы, фәндәр кандидаты Эльвира Хафизова ортопедик импланттар һәм ҡан тамырҙары стенты етештереү өсөн уникаль биоиреүсе цинк материалдарын тикшерә. Был проект Башҡорт дәүләт медицина университеты, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең молекула һәм кристалдар физикаһы институты, Перспективалы материалдар физикаһы институты менән берлектә тормошҡа ашырыла. -Был материалдар организмда күпмелер ваҡыттан тулыһынса иреү сифатына эйә. Шуға ла пациентҡа ҡабаттан операция эшләү ихтыяжы юҡ, - ти ғалим. Тикшеренеүҙәр донъя кимәлендәге вуз-ара кампус, фәнни институттар биләмәһендә башҡарыла. Материалды әҙерләү техник фәндәр кандидаты Эльвира Хафизова етәкселегендә Өфө фән һәм технологиялар университетының йәш ғалимдар командаһы тарафынан башҡарыла. Әлеге ваҡытта материалды һынау йорт ҡуяндарында бара. Артабан тәжрибәле өлгөләрҙе күбәйтеү ниәтләнә. Производствоға ебәреү һәм сертификатлау ике йылдан дүрт йылға тиклемге ваҡытты алырға мөмкин. Был проект бер нисә грант, шул иҫәптән Башҡортостандың йәш ғалимдарына дәүләт ярҙамы өсөн грант сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.