Йөрәк түренән Икенсе ҡатын булырға риза булдым Эйе, был минең яҙмышымды ҡырҡа борған аҙым булды. Йәнем тартмаған, әммә шуның менән мин бар проблемаларымды хәл итә алдым. 17 генә йәшемдә үлеп ғашиҡ булдым. Ул шул тиклем матур, донъялағы иң-иң булған егет ине. Әсәйемдең һүҙен тыңламай, ошо егет менән йәшәй башланым. Беренсе улыбыҙ донъяға килгәс тә, ул миңә өйләнергә тәҡдим яһаманы. “Ҡуйсәле шул иҫкелек ҡалдығын! Кемгә кәрәк ул штамп паспортта! Нимә үҙгәрә шунан? Былай ҙа яратабыҙ түгелме бер-беребеҙҙе”-тине. Мин дә күндем. Тик әсәйемдең, исмаһам. Никах уҡытығыҙ тигәнен дә тыңларға теләмәне ул. “Беҙ һинең менән дин тотҡан кешеләрме ни?!” –тип һаһылдап көлдө. Барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанып йәшәп киттем. Барыбер бергәбеҙ бит тинем. Ныҡ ярата инем шул уны. Тағы ике бала таптым. Уның араһында эшләнем, снимать иткән фатирҙы үҙ торлағымдай ҡараным. Өс балаға алған пособие ла, минең эш хаҡым да уның кеҫәһендә булды. Аҙналап юғалған саҡтары ла булды. Барыбер түҙҙем, яратҡан кешем өсөн тинем. Ү