"Ауырыған ваҡытта өләсәй әллә ҡайҙан сығарып әсеүташ онтағын ялаттыра торғайны. “Телеңде генә тейҙереп ал әле”, – ти ине ул. Тоҙға ла тартым, әммә бер аҙ ауыҙ эсен ҡурыштырып ебәргән “дарыу” төкөрөк менән ҡушылып эсәктәргә төшөп киткән һымаҡ була, тән буйлап тарала. Телде тейҙереү менән ҡорт саҡҡандай һикереп китә инек тә башты сайҡай-сайҡай йүгерергә тотона инек. Тәмһеҙ бит! “Әммә шифалы!” – тип йылмая өләсәй. Стоматит, грипп ваҡыттарында был таш онтағы мөғжизәүи тәьҫир итә. Иртәгәһенә үк тел таҙара, теш ҡаҙнаһы ялҡынһыныуҙан туҡтай. Русса ул “квасцы жженые” тип атала һәм әле лә аптекаларҙа һатыла. Тәғәйенләнешендә аяҡ ныҡ тирләүгә ҡаршы ҡулланыла, еҫен бөтөрә, тиелгән. Тәбиғи антисептик инде ул. Теш ҡаҙнаһының шешен ҡайтарыуы ла билдәле. Һытҡы сығып йонсотҡанда ла әсеүташ онтағын иҙеп һөртөүҙәре билдәле. Тире таҙарып ҡала. Оҙаҡ төҙәлмәй йонсотҡан яраны йыуып, әсеүташ онтағы һипһәгеҙ, яраның тиҙ бөтәшеүе мәғлүм. Тура тәғәйенләнеше буйынса ҡултыҡ аҫтын, табанды уның онтағын һыуға иҙеп