Кисә Октябрьский ҡалаһындағы бер ғаиләлә ҡот осҡос фажиғә булды. Ҡаланың Насиров урамындағы йорттан бер йәшлек бала ҡоланы. Дүртенсе ҡаттағы тәҙрәнән осоп төшкән ҡыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханала һәләк булған. Күрше подъезда йәшәгән Алена исемле ҡыҙ “КП-Өфө” баҫмаһына был хәл тураһында һөйләгән. Ҡыҙ иртән ҡатын-ҡыҙ ҡысҡырыуын ишетеп ҡалған. Нимә булғанын аңлар өсөн ул балконға йүгереп сыҡҡан. “Мин ҡан күләүегендә бәләкәй генә кәүҙә күреп ҡалдым. Янында бер нисә кеше йөрөй ине”, – тигән ул. Баланың ҡолаған мәлен ул күрмәгән, ә аҙаҡ камеранан ҡараған. Унда күренеүенсә, ҡыҙыҡай асыҡ тәҙрә төбөндә тора, аҙаҡ шыуышып кәрнизгә сыға һәм төшөп китә. Ерҙә ятҡан бала янына шунда уҡ үтеп барған ҡатын килә һәм “Кемдең балаһы” тип ҡысҡыра. Биш минуттан шок хәлендә тышҡа баланың әсәһе йүгереп сыға һәм ҡысҡырып илай башлай. Күп тә үтмәй ашығыс ярҙам килә. – Мин был хәлдәрҙе ҡалтыраған ҡул менән күҙәттем. Балаға бер кем дә ярҙам итмәгән тип һөйләйҙәр, был дөрөҫ түгел. Табип шунда уҡ уны ҡараны һәм ипл