Хәҙер инде махсус хәрби операция “еле” ҡағылмаған ғаиләләр һирәктер – берәүҙәрҙең ғәзиз балаһы, икенселәрҙең ире, атаһы, бәғзеләрҙең туғаны йәки дуҫы Ватан һағында тора. Тылдағылар иһә еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ярҙам итә. Тәтешле районының Ҡарҙағош ауылынан “Бабай” позывнойлы яугир ҙә 2022 йылдың июнендә һуғышҡа киткән. Ул инде ике тапҡыр контракт төҙөгән, әле мөҙҙәтен тултырып ҡайтҡан. Ошо мәлдән файҙаланып, беҙ ҙә уның менән осрашып ҡалдыҡ. Ҡалдыҡ, тим, сөнки ул, инде өсөнсөгә хәрби контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға китергә йыйына, беҙ барғанда сумкалары юлға әҙер ине инде... “Был юлы Фәнис менән бергә йөрөгән ергә китәм. Төшкә инә малай... Лисичанскиҙа булдыҡ – мин, Фәнис һәм Балтастан бер егет”, – тип ул тәүге минуттарҙан уҡ һүҙен яуҙаш дуҫы Фәнис Хөсәйеновты иҫкә алыуҙан башланы. Әйткәндәй, ул үҙе тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияға барғанда ҡатынына: “Төҙөлөшкә эшкә барабыҙ”, – тип алдап киткән. – “Радий”ҙың тормош иптәше Балтастан оҙатып ҡалды. Беҙ Өфөгә тиклем киттек. Хәрби комиссариатҡа килеп туҡтанылар. Беҙ аңламайбыҙ, төҙөлөшкә тигән кеше бында нимә эшләргә уйлай, тип аптырайбыҙ, – тип иҫләп алды ул осорҙо яугирҙең ҡатыны Эльмира Филғат ҡыҙы. “Бабай” иһә, мут йылмайып, ҡатынының һөйләгәнен тыңлап ултырғандан һуң, үҙе лә һүҙгә ҡушылды. – “Эштең” айышын белеүгә-белә инем, әммә күҙ алдына ла килтермәнек – ысыны унда икән. Берәүҙәр өйрәнеп китә, икенселәр күнегә алмай инде. Беҙ ҡуҙғалмаһаҡ, кем унда барһын, бала-сағаны алмаһындар өсөн тырышабыҙ... Эх, малай, Фәнис менән күңелле ине. Беҙ уның менән район үҙәгендә таныштыҡ. Ростовта беҙҙе айырып яталар ине. Шунда етәкселеккә инеп: “Ниңә беҙҙе айыраһығыҙ? Ул минең үгәй малай”, – тинем. Ул да мине: “Атай, атай”, – тип йөрөнө. Шулай итеп, беҙҙе бергә ебәрҙеләр, – тип “Бабай” ике йыл элек булған ваҡиғаларҙы иҫкә алды. Шуға ла иғтибар иттем: Фәнис тураһында һөйләгәндә “Бабай”ҙың күңеле күтәрелеп, ҡыуанып китә, шул уҡ ваҡытта, беҙгә һиҙҙермәҫкә тырышып, йәшләнгән күҙен һөртөп ала. – Фәнисте беренсе тапҡыр күргәндә үк бер-берегеҙгә тартылдығыҙмы? – Икебеҙ ҙә шаяртып һөйләшергә яратабыҙ бит инде, аралашып киттек. Был егеткә ышанырға була икән, тип уйланым. Унда барғанда уҡ кешенең кем икәнен ҡарайһың бит инде. Мәрхүмкәй һәйбәт малай ине. Шулай итеп, тегендә барҙыҡ, “эш” башланып китте. Ул бер нисә көнгә сығып китә, беҙ ҙә икенсе яҡҡа ике-өс көнгә юлланабыҙ. Улар снайпер-разведчик булды. Фәнис төндә ҡайта, ҡасан ҡайтҡанын да белмәйем. Шулай йөрөнөк инде ул, “күңелле” булды. Төрлө хәлдәр ҙә осрай, һуғыш бит инде. Фәнистәр “эштән” ҡайтҡас килә лә: “Бабай” бында торма”, – ти. Мин быны малайҙарға әйтәм. Дошмандың бөтә ҡоралдары ла эшләй бит. Беҙ ул урындан китеү менән, шул ергә берәй нәмә килеп төшә... Бер заман төндә берәү яҡынлаша, ә мин окопта ятам. “Стой!” – тим. Был әкрен генә атлай. Минең автомат әҙер. Теге атлауын дауам итә, яҡын ғына ҡалды. Инде курокты ҡыҫҡайным инде, әллә эшләмәй ҡалды, теге “Бабай” тип саҡ әйтеп өлгөрҙө. Бының янына йүгереп сыҡтым, ҡосаҡлап алдым, үҙем илайым, ул да ҡушыла, икәүләп күҙ йәше түгәбеҙ. “Апаҡайым, Фәнис балаҡайым! Ниңә бында килгәндә һүгенмәйһең, йырламайһың! Ниңә минең янға киләһең, килмә, атам бит!” – тип тегене тиргәйем. Ул ишетелер-ишетелмәҫ кенә: “Бабай, хәл юҡ”, – ти. Шундай хәлдәр күп булды инде. – Һуғыш башланған саҡтағынан айырыламы? – Ныҡ айырыла. Элек “вертушкалары” бер нисә һалдатҡа “һунар” итһә, хәҙер бер кеше өсөн дә эшләй. Элек “Хаймерс”тар шаулап килә торғайны, хәҙер “Шторм”дары бар – тауышы ла юҡ, килә лә ҡыра ла ташлай, өй тиклем соҡор хасил була. Дрондар шым ғына ҡарап китә лә, артынса уҡ снаряд килеп етә. “Әбей батша” тигәндәре лә бар, уныһы ҙур. Ул тегеләрҙе тейәп килә лә ташлай, улары бында тарала. Бер йылда һуғышыу алымдары ныҡ үҙгәрҙе. Дрондары шул тиклем көслө, пушканы ла үтә тишә, тимерҙе лә. “Сыпсыҡтар” (коптерҙар) ҡурҡыныс. Тәмәке тартыу ҙа хәүефле, тепловизорҙар шунда уҡ уларҙы күрә. Шулай уҡ тәмәке еҫе лә тарала. Үҙеңдең дошманыңдың көсөн баһалай белергә кәрәк, ә улар һуғышҡа ныҡ әҙерләнгән. – Ниндәй кешеләр күберәк осрай? Дуҫ яуҙа һынала, тиҙәр бит... – Минең өсөн бөтә кешеләр ҙә һәйбәт. Тәү ҡарауҙа уҡ әҙәм балаһының кем икәнен аңларға мөмкин. Ундағы егеттәр игелекле. Һуғышта кеше шунда уҡ үҙгәрә, бер-береңде һаҡламайынса, ҡарап йөрөмәйенсә булмай. Ауыҙҙы ла уйлап асырға кәрәк, күп һөйләргә ярамай. Хәбәрҙең аяғы оҙон, бер һүҙ барып еткәнсе ун мәртәбәгә арта бит. Шуға ла белмәгән кешеләр менән һөйләшмәйем. Ундағы халыҡ төрлөсә ҡарашта, һуғыштан ялҡҡандар. Үҙегеҙҙе улар урынына ҡуйып ҡарағыҙ әле. Дин тотмаһаң да, яуҙа бер туҡтауһыҙ “Бисмилла”ны әйтеп йөрөйһөң. Үлге килмәй икән ул... Ата башлаһалар, йоҡлайым, сөнки ул ваҡытта бер кем дә йөрөмәй. “Бабай” менән осрашҡан саҡта ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында ла һөйләштек. Уға һәр ваҡыт ситтә эшләргә тура килгән. “Улымды бала табыу йортонан алып сыҡҡан саҡты ғына иҫләйем. Тиҙ генә үҫте. Хәҙер ике ейәнем бар, улар минең өсөн бигерәк тә ҡәҙерле”, – ти ул. – Фәнис ниндәй уй-хыялдар менән йәшәне? – Уның да үҙ хыялы бар ине... Бөтә эше шул ине: һуғыш үтеп киткәс, ауылға юл һалырға, өй төҙөргә кәрәк, тип һөйләне. Баланы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк, тине. Ҡыҙы бар уның. Сирләп киткәс, күптәре онотолған да инде. Минән өс-дүрт метр алыҫлыҡта шартлау булды. Шартлағанын беләм, ҡалғанын иҫләмәйем. Фәнис мине алып сыҡҡан. Әллә төштәме, әллә өндәме – өҫкә ултырғанмы ул, башҡа ултырғанмы, әллә йырлай, әллә илай... “Бабай”, үлгәйнең һин. Һиңә ясин сығарҙым, белгәндәрҙе уҡыным”, – ти малай. Шундай “күңелле” ваҡыттар булды инде. Фәнис: “Мине атып үлтерһәләр, һин шунда уҡ ҡайтып кит”, – тине. Ә мин уға: “Малай, әҙерәк тынысыраҡ бул”, – тип әйткәйнем. Кешелекле егет ине, бер-беребеҙҙе ҡараштыҡ инде. Миңә тимер бирһәләр, тәгәрмәс ҡуйып эшләйем. Техника ғына бирһендәр. Һөйләшеп ултырабыҙ. “Егеттәр, тегенән берәй танк алып ҡайтайыҡ әле, “эшкә” йәйәү йөрөйбөҙ бит”, – тим. “Йөрөтә беләһеңме?” – тип һорайҙар. “Эйе, миңә 15 минут ваҡыт кәрәк – танкты көйләр өсөн”, – тим. “БТР”-ҙы алып ҡайттылар. Шуны ҡороп ебәрҙем. Йөрөп ҡарағайным, бер нәмәгә лә ярамаған машина икән ул – боролмай, бармай. Шунан малайҙар тағы ла “УАЗ” алып ҡайтты. Ике-өс көнгә ял бирәләр, шул ваҡытта техниканы ремонтлайым. Ростовтағы госпиталдән: “Дайте перед смертью на жену посмотреть”, – тип һорап сыҡтым. Табип: “Командирҙарыңды тапманым, госпиталь һиңә өс тәүлек бирә, әммә шунан һуң часта булырға тейешһең. Һынатмаҫһыңмы?” – тип ҡайтырға рөхсәт итте. Поезда тиҙ генә ҡайтып килдем, өлгөрҙөм. Өйҙә бер тәүлек кенә булдым. Килгәс, ярам буйынса бөтөнләйгә ҡайтарып ебәрҙеләр. Унан Себерҙә эшләп ҡайттым, өйҙә ятҡы килмәй. Махсус хәрби операцияға ике тапҡыр барҙым. Алла бирһә, тағы ла әҙерләнәм. Элекке урынға эләгергә тырышам, сөнки унда һыу бар. Махсус хәрби операцияға шуның өсөн барам – ауылыбыҙға газ индереп булмаҫмы икән. Мин үҙем өсөн түгел, ә ауыл өсөн тырышам. Башҡаса нимә эшләйһең инде?! – Нисек газ үткәртергә уйлайһығыҙ? Планығыҙ ҙа барҙыр? – тип һораным. – Газ торбаһы ауылға терәлеп тигәндәй – бер километр алыҫлыҡта үтә. Беҙҙәге 97 өйҙөң 87-һендә йәшәйҙәр. Беренсе тапҡыр махсус хәрби операцияға барып ҡайтҡас, газ үткәреү идеяһы менән яна башланым. Яуҙағы егеттәр һөйләүенсә, бөтәһендә лә газ бар икән. Ә беҙҙең ауылда ғына юҡ кеүек тойолдо. Оло кешеләр ғүмер буйы колхозда эшләгән, интеккән, газға ғына аҡса табырҙар ине. Телдән генә район етәкселегенә мөрәжәғәт итеп ҡайттым. “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенә үҙ исемемдән мөрәжәғәт иттем, ауыл халҡы исеменән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡоловаға яҙҙым, ҡултамғалар ҙа йыйҙыҡ. Алла бирһә, махсус хәрби операцияға тағы ла барып ҡайтҡас, маҡсатыма өлгәшергә йыйынам. Үҙем менән бергә барырға тағы ла егет таптым әле, әле ул күнекмәләр үтә. Мин үҙем дә көн һайын берцы кейеп йүгерәм: аяҡ иҙелһен, өйрәнһен. Миңә 59 йәш, бында нимә эшләп ятайым?! Мин барһам, исмаһам, йәш егеттәрҙе алмаҫтар, тим. Ситтә күп йөрөгән “Бабай”ға “Цыган” кинофильмы геройы Будулай образы яҡын. “Минең кумирым бит инде ул. Сәйәхәт итергә яраттыҡ. Шул сәфәрҙәрҙең береһендә, Будулайҙы уйнаған Михай Волонтир Молдавияла йәшәй, тиҙәр. Барып күреп, автографын алдым”, – ти ул. “Бабай” менән осрашып ҡайтҡас, уның Дәүләт Думаһы депутатына тыуған ауылына газ үткәреүҙе һорап яҙған хатын уҡығанда һуңғы юлдар тетрәндерҙе: “Я опять собираюсь ехать на СВО на защиту Родины. В случае моей смерти, помогите моей жене Мухдуллиной Эльмире Филгатовне, решить вопрос с газификацией”. “Яугир, ауылыңа газ үтер, тик үҙең иҫән ҡайт!” – тип теләйбеҙ. Яңыраҡ Эльмира Филғат ҡыҙының хәлдәрен һорашып шылтыраттым. "Бабай" махсус хәрби операцияға малайы менән киткән... "Атай шунда булғас, мин дә өйҙә ултырмайым ине. Әгәр ул үҙе менән алмаһа, башҡа урынға китәм", - тип әйткәс, үҙ менән алды", - ти. Бер теләк: ир-егеттәребеҙ иҫән-һай ҡайтһындар. Рәмилә МУСИНА фотолары.