Найти тему
Башҡортостан гәзите

Светлана Чупшева Сергей Аксаков исемендәге баҡсаны төҙөкләндереүҙе юғары баһаланы

3 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева Өфөнөң Аксаков баҡсаһында булды. Төбәк етәксеһе һөйләүенсә, биләмәне төҙөкләндереү 2023 йылдың апрелендә «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә башланғайны. Яңыртылған йәмәғәт киңлеге проекты баш ҡала халҡы фекерен иҫәпкә алып уйланылған. Аксаков исемендәге баҡса мәҙәни мираҫ ҡомартҡыларына ҡарай. Шуға күрә проектлау барышында архитекторҙар тарихи урындарҙы һәм парк зонаһы объекттарын һаҡлап ҡалған. Баҡса реконструкция эштәренән һуң Республика көнөндә, 2023 йылдың 11 октябрендә, асылды. Радий Хәбиров һәм Светлана Чупшева тарихи аллея буйлап үтте, йәйге амфитеатрҙы, ваҡиғалар майҙансығын һәм балалар өсөн уйын комплексын ҡараны. Төбәк Башлығы асыҡлауынса, йәмәғәт киңлеген реконструкциялау барышында инженер коммуникациялары яңыртылған, юлдар төҙөкләндерелгән, бәләкәй архитектура формалары ҡуйылған, биләмәне йәшелләндереү эштәре башҡарылған. Шул уҡ ваҡытта тарихи йәһәттән әһәмиәткә эйә ағастар һаҡланып ҡалған. Мәҫәлән, баҡсала 1834 йылда ултыртылған ҡарағас үҫә. Реконструкциянан һуң бында Аксаковтарҙың плиткаға төшөрөлгән нәҫел ағасы ла барлыҡҡа килгән. – Беҙ бында төрлө йәштәгеләр өсөн тейешле шарттар булдырырға тырыштыҡ. Ҡала халҡы әйтеүенсә, баҡса һөйөү һәм ғаилә йылыһы менән һуғарылған, – тине Радий Хәбиров. Светлана Чупшева йәмәғәт киңлеген реконструкциялауҙы ыңғай баһаланы һәм бындағы барлыҡ эштәрҙең Сергей Аксаков ижадына һөйөү менән башҡарылыуын билдәләне. Мәғлүмәт: https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/180412.html