Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров II Республика йәштәр закондар сығарыу форумы ҡатнашыусылары менән осрашты

3 июлдә Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров II Республика йәштәр закондар сығарыу форумы ҡатнашыусылары менән осрашты. – Беҙ һеҙҙе аңлы рәүештә бында, вуз-ара студенттар кампусының тәүге сиратына, саҡырҙыҡ, уҡыусы йәштәр өсөн ниндәй перспективалар барлығын күреүегеҙҙе теләнек. Әле беҙ кампустың икенсе сиратын төҙөйбөҙ, шулай уҡ Сбербанктың мәғариф проекты булған «21-се мәктәп»кә нигеҙ һалдыҡ. Унда йәмғиәттә ихтыяж менән файҙаланған IT-һөнәр алыу мөмкинлеге була, геном лабораторияһы эшләйәсәк. Кампустың икенсе сираты ете башня төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был яҡынса 120 мең квадрат метр, унда шул иҫәптән студенттар һәм аспиранттар өсөн 4,5 мең урынлыҡ ятаҡ та инә, – тине Радий Хәбиров. – Йәштәребеҙҙең заманса шарттарҙа йәшәүен, ижад, ғилми эшмәкәрлек, башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәргә эйә булыуын теләйбеҙ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостанда йәшәргә, эшләргә һәм уҡырға ынтылһындар

3 июлдә Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров II Республика йәштәр закондар сығарыу форумы ҡатнашыусылары менән осрашты. – Беҙ һеҙҙе аңлы рәүештә бында, вуз-ара студенттар кампусының тәүге сиратына, саҡырҙыҡ, уҡыусы йәштәр өсөн ниндәй перспективалар барлығын күреүегеҙҙе теләнек. Әле беҙ кампустың икенсе сиратын төҙөйбөҙ, шулай уҡ Сбербанктың мәғариф проекты булған «21-се мәктәп»кә нигеҙ һалдыҡ. Унда йәмғиәттә ихтыяж менән файҙаланған IT-һөнәр алыу мөмкинлеге була, геном лабораторияһы эшләйәсәк. Кампустың икенсе сираты ете башня төҙөүҙе күҙ уңында тота. Был яҡынса 120 мең квадрат метр, унда шул иҫәптән студенттар һәм аспиранттар өсөн 4,5 мең урынлыҡ ятаҡ та инә, – тине Радий Хәбиров. – Йәштәребеҙҙең заманса шарттарҙа йәшәүен, ижад, ғилми эшмәкәрлек, башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәргә эйә булыуын теләйбеҙ. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Башҡортостанда йәшәргә, эшләргә һәм уҡырға ынтылһындар өсөн, планлы рәүештә эш алып барабыҙ. Йәштәр советтары һәм йәштәр парламенты вәкилдәре – республикалағы иң сағыу, һәләтле йәштәр рәтендә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк етәксеһе. – Һәр берегеҙ төрлө өлкәләрҙә эшләй. Әммә тынғыһыҙ энергияғыҙ, донъяны яҡшыраҡ итергә саҡырған күңелегеҙ һеҙҙе берләшергә, закон сығарыу буйынса тәҡдимдәр индерергә һәм дөйөм алғанда республикабыҙҙы үҫтерергә мәжбүр итә. Беҙ был эшмәкәрлектең һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булыуын күрәбеҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт! – тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы йәштәрҙең ижади һәм интеллектуаль потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн яңы киңлектәр булдырыуҙың мөһимлеген билдәләне. – Республикабыҙҙың киләсәге һеҙгә ниндәй йүнәлеш биреүебеҙ, ниҙәр эшләүегеҙ, нисек камиллашыуығыҙ һәм уҡыуығыҙ менән бәйле. Беҙ дөрөҫ уйҙа булған, бик аҡыллы һәм яҡшы кешеләрҙе, үҙ эшенең оҫталарын күрергә теләйбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Республикала йәштәр инфраструктураһын булдырабыҙ, «Йәшлек Хаус» йәштәр йорттары селтәрен үҫтерәбеҙ. Уларҙы Өфөлә, Нефтекамала һәм Учалыла астыҡ та инде, сиратта – Салауат ҡалаһы. Радий Хәбиров төбәктә йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге социаль әһәмиәтле проекттарға әүҙем ярҙам күрһәтелеүенә туҡталды. Республика Башлығы гранттары фонды проекттары буйынса ғына 2022 – 2023 йылдарҙа был маҡсатта – 50 миллион һум, ә 2024 йылда 40 миллион һум бүленгән, шуның 10 миллион һумы Рәсәйҙең башҡа юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Башҡортостан студенттарының башланғыстарына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. – Беҙ башҡа ҡалаларҙың һәм төбәктәрҙең юғары уҡыу йорттарын һайлаған Башҡортостан йәштәре менән бәйләнеште өҙмәйбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Уҡыуҙан һуң уларҙың республикаға эшкә ҡайтыуы һәм бында үҙ ғаиләләрен булдырыуы мөһим. Төбәк Башлығы шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға, уларҙың ғаилә ағзаларына, һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итеүҙең әһәмиәтен билдәләне. – Беҙҙең төп маҡсат – махсус хәрби операция биләмәһендәге егеттәребеҙ хәрби бурыстарын тыныс үтәй алһын өсөн, уларға ярҙам итеү, ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күреү, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Әммә иҡтисад үҫешен тәьмин итмәйбеҙ икән, был тырышлығыбыҙ ғына етмәйәсәк. Республиканы социаль, мәҙәни, гуманитар һәм башҡа өлкәләрҙә үҫтереү мөһим. Был йәһәттән йәштәребеҙгә лә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелә. *** Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев йәштәр советтары һәм йәштәр парламенты вәкилдәрен демография өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә, патриотик тәрбиә биреү темаһына айырыуса иғтибар бүлергә саҡырҙы. Дәүләт Йыйылышы спикеры шулай уҡ төбәк йәштәр парламентына закондар сығарыу инициативаһы хоҡуғын биреүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Был бик яуаплы бурыс. Һәм был өлкәлә һеҙ – беҙҙең таянысыбыҙ, өмөтөбөҙ һәм ярҙамсыбыҙ, – тине Константин Толкачев. – Күп йәш егеттәребеҙ әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Күптән түгел мин унда булдым, һеҙҙең йәштәштәрегеҙ менән осраштым. Улар хәрби бурыстарҙы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша, һәм беҙ улар менән ғорурланабыҙ! *** Волга буйы федераль округы төбәктәренең дәүләт власы закондар сығарыу органдары Ассоциацияһы координаторы, Түбәнге Новгород өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы рәйесе Евгений Люлин Башҡортостан етәкселегенең йәштәр хәрәкәтенә булышлыҡ итеүгә ҙур өлөш индереүен билдәләне. – Республикағыҙҙың төрлө йүнәлештәрҙәге – сәнәғәттә, социаль өлкәләге – уңыштарын ҙур иғтибар менән күҙәтеп барам. Йәштәр сәйәсәте йәһәтенән һеҙҙән күп нәмәгә өйрәнергә мөмкин. Ҙур мөмкинлектәр һәм перспективаларға эйә кампус, гранттар, йәш белгестәргә ярҙам саралары бар. Республика етәкселегенең һеҙҙең үҫешегеҙ өсөн барыһын да эшләүе мөһим, – тип мөрәжәғәт итте йәштәргә Евгений Люлин. *** Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе, шул иҫәптән республикалағы эшҡыуарлыҡҡа һәм бизнесҡа ярҙам сараларына ла туҡталды. – Эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында фекер йөрөтөү өсөн бер нисә күрһәткес бар. Был үҙмәшғүлдәрҙең, бәләкәй һәм урта бизнес субъекттарының үҫеше, хеҙмәткәрҙәр һаны һәм финанс күрһәткестәре. Башҡортостанда был йүнәлештәрҙең барыһы буйынса ла ыңғай тенденция күҙәтелә. Темптар арта, ләкин төбәктең потенциалын иҫәпкә алғанда, теләгәнсә түгел, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бюрократлыҡтан ҡотолоу йүнәлешендә етди эшләнек. Мәҫәлән, инвесторҙарға үҙ проекттары өсөн ер участкалары алыу еңелләште. Минеңсә, ер буш булырға тейеш түгел, һәм уға хужаларса ҡараш талап ителә. Эшҡыуарҙар һәм власть араһында һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыуҙа бизнес-шерифтар институты ла мөһим роль уйнаны, тип билдәләне төбәк Башлығы. *** Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкилдәре Альберт Ғәйнуллинға, Вадим Егошинға, Альберт Мөхәмәтғәлиевкә Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Мәғлүмәт: https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/180410.html