Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Радий Хәбиров һәм Светлана Чупшева Башҡортостанда инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса кәңәшмә үткәрҙе

3 июлдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева инвестиция мөхитен яҡшыртыу мәсьәләләре буйынса эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәтенең иҡтисади берләшмәһе вәкилдәре, үҫеш институттары һәм тармаҡ берекмәләре эксперттары, шулай уҡ төбәк предприятиелары етәкселәре ҡатнашты. Улар дәүләт менән бизнестың үҙ-ара эш итеүенең төп үҙенсәлектәрен, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә яңы инвестиция проекттарына ярҙам итеү системаһын үҫтереү хаҡында фекер алышты. Кәңәшмәнең модераторы булып республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров сығыш яһаны. Республика Башлығы Стратегик инициативалар агентлығы менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм төрлө проекттар сиктәрендәге берлектәге эш өсөн агентлыҡ командаһына рәхмәт белдерҙе. – Агентлыҡ инициативалары – Милли социаль башланғыс, Төбәк социаль стандарты, Йәшәү сифаты рейтингы, сәнәғәт туризмы – төбәктең мөмкинлектәрен асыу өсөн ҙур этәргес, Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин ҡуйған бурыстарҙы үтәүҙә ҙур ярҙам, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Төбәк етәксеһе инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм эшҡыуарҙар менән үҙ-ара эш итеү буйынса системалы эшкә айырыуса иғтибар бүлде. – Беҙ, Рәсәйҙең бөтә төбәктәре кеүек үк, инвестицияларҙың һиҙелерлек үҫешенә иҫәп тотабыҙ. Стратегик инициативалар агентлығының төп проекттарының береһе – Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы, – тине Радий Хәбиров. – Быйыл Башҡортостан Милли рейтингта өсөнсө урын алды. Бөгөнгө көнгә был республика өсөн иң яҡшы һөҙөмтә. Уға беҙ яңы проекттар буйынса эште оптималләштереү, шул иҫәптән инвесторҙарға талаптарҙы кәметеү, шулай уҡ дәүләт ярҙамы алыу өсөн ғаризаларҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡартыу ярҙамында өлгәштек. Был эште дауам итәсәкбеҙ. Республика күрһәткестәрҙең яртыһы буйынса рейтингтың иң яҡшы төркөмөнә инде, тип билдәләне төбәк етәксеһе. Мәҫәлән, милек хоҡуҡтарын теркәү ваҡыты – өс көнгә тиклем, ә ер участкаларын ҡуртымға алыу ваҡыты 24 көнгә тиклем ҡыҫҡартылған. Объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыу өсөн рөхсәт алыу процедуралары ла кәмей. – Һөҙөмтәлә республиканың Инвестиция комитеты «өҫтөнлөклө» статусын биргән проекттар һаны былтыр 2022 йылғы күрһәткес менән сағыштырғанда биш тапҡырға артҡан, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. *** Стратегик инициативалар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева кәңәшмәлә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы эшҡыуарҙар берләшмәһенең төбәктең идара итеү командаһы эшенә баһаһын сағылдырыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Башҡортостандың йыл һайын рейтингта үҙ позицияларын яҡшыртыуы ҡыуаныслы. Был республика етәкселегенең бизнесты үҫтереүгә иғтибары хаҡында һөйләй, – тине Светлана Чупшева. – Эшҡыуарҙар төбәктә тормошҡа ашырырға планлаштырған һәр инвестиция проекты республика йәки урындағы кимәлдә хуплау таба. Башҡортостандың идара итеү командаһына был йүнәлештә һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Агентлыҡтың генераль директоры эшҡыуарҙарға ярҙам итеү сараларын камиллаштырыу өсөн бизнес менән даими ике яҡлы бәйләнештең мөһимлегенә иғтибар итте. *** Башҡортостан Хөкүмәте Премьеры-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов үҙ сығышында төбәктә инвестицияларҙы тормошҡа ашырыуҙың уңайлы системаһын булдырыуға туҡталды. Уның бер өлөшө – республикала 2022 йылдан ғәмәлдә булған Төбәк инвестиция стандарты. Башҡортостанда был стандарттың бөтә элементтары ла ҡабул ителгән. Инвестиция-төҙөлөш циклын оптималләштереү буйынса 2023 йылда инвесторҙың «клиент юлы» уртаса 40 процентҡа кәмегән. Төбәктең Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы киләһе этапта Муниципаль инвестиция стандартын әҙерләй башлаған. Уҙған йылда инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһын башлап ебәреү бизнес менән эште камиллаштырыуҙа мөһим аҙым булған – Инвестор әҙерләргә тейеш документтар һанын алты тапҡырға кәметтек. Бөгөн ул үҙ проекты буйынса декларация ғына тапшыра, – тине Рөстәм Моратов. – Был ике яҡлы бәйләнеш программаның үҙен тулыһынса аҡлауын күрһәтә. Мәғлүмәт: https://glavarb.ru/bash/press_serv/novosti/180411.html