Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәбеҙ. *Ҡатмарлы паролдәр ҡулланығыҙ. ️*Бөтә аккаунттарығыҙ өсөн ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ. *Ҡоролмаларығыҙға вирусҡа ҡаршы программа һәм операцион системалар күсереп алығыҙ һәм уларҙы даими яңыртып тороғоҙ. *Шикле хаттарҙы, шәхси мәғлүмәт индереү талап ителгән һылтанмаларҙы асмағыҙ. *Өйҙәге Wi-Fi-ҙы пароль менән һаҡлағыҙ. *Интернетҡа үҙегеҙ тураһында артыҡ күп мәғлүмәт һалмағыҙ һәм уны шикле сайттар менән уртаҡлашмағыҙ. *Балаларығыҙға һәм ата-әсәләрегеҙгә киберхәүефһеҙлек тураһында һөйләгеҙ. Уларҙы интернетта һаҡ булырға һәм һәр төрлө шикле осраҡты һеҙҙең менән уртаҡлашырға өйрәтегеҙ. Эштә киберхәүефһеҙлек ҡағиҙәләре: ???? Эске именлек хеҙмәте тәҡдим иткән ресурстарҙы һәм программа тәьминәтен генә ҡулланығыҙ. ???? Электрон хаттарҙы асҡанда һаҡ булығыҙ - фишинг эләгеүе ихтимал. ???? Эшсе ҡоролмаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, әгәр эргәһенән китһәгеҙ, уларҙы ябығыҙ. ???? Конфиденциаль мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡ