"Үҙ эшенең оҫтаһы" конкурсында ҡатнашҡан Өфө районының Шмидтов ауылы почтальоны Оксана Глухова әйтеүенсә, бигерәк тә һуңғы йылдарҙа уларҙа халыҡтың артыуы бер нисек тә ҡыйынлыҡ тыуҙырмаған, киреһенсә, күңел биреп эшләргә этәргес көс биргән. Ысынлап та, Өфө ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Шмидтов күҙ алдында үҫте, ҙурайҙы, бында йорттарҙың ниндәйе генә юҡ. Үҙ сиратында, төрлө милләт вәкиле дуҫ һәм татыу ғүмер итә. – Беҙҙең ауылда халыҡтың артыуы хәҙер берәүҙе лә аптыратмай инде, йылы һәм уңайлы мөхиткә кем тартылып тормаһын, ти, ағылалар беҙгә, – ти Оксана Валентиновна. – Иң мөһиме, дуҫлыҡ менән көслөбөҙ. Улай ғына ла түгел, гәзит һәм журнал яратҡандар килде, күптәре ваҡытлы матбуғатты өйҙәренә алдырып уҡый, был айырыуса маҡтауға лайыҡ. Шулар араһында яҡшылыҡҡа саҡырған, яҡтылыҡҡа әйҙәгән, рухи аҙыҡ биреүсе "Башҡортостан" республика гәзите лә бар. Фото: Оксана Глухова.