Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын ғәмәлгә ашырғанда, ауыл һәм ҡала ерҙәренең тышҡы йөҙөнә айырыуса иғтибар йүнәлтергә кәрәклеген билдәләне. Һуңғы йылдарҙа республиканың район-ҡалаларында яңы төҫ алған йәмәғәтселек урындары, уңайлы шарттар күҙгә күренеп арта. Ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр таныш район үҙәктәренә, ҡалаларға барғанда ла күҙгә ташлана. Был – төҙөкләндерелгән парктар, скверҙар, ял биләмәләре, спорт майҙансыҡтары, яҡшы үҫешкән инфраструктура һәм мәҙәни саралар. Яратҡан ял урынына әйләнгән Мәҫәлән, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк программаһы буйынса 2021 йылдың октябрендә Саҡмағош районының Аблай ауылында реконструкциянан һуң яңыртылған парк асылды. Унда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ветерандарға обелиск булған – уны тергеҙеп, эргә-тирәһен тәртипкә килтергәндәр, ағастар ултыртҡандар, юлдар һәм сәхнә эшләгәндәр, хатта ситтән хәрби ҡорал да алып килеп урынлаштырғандар. Хәҙер был парк аблайҙарҙың һәм төрлө йәштәге ҡунаҡтарҙың яратҡан урынына әйләнгән. – Крәҫтиән (фермер) хужалығы директоры Айҙар Наил улы Ғабдуллин – Аблай ауылында Еңеү паркын төҙөкләндереүҙе башлап ебәреүселәрҙең береһе. Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Ришат Нурахман улы Халиҡов хәрби ҡоралдарҙы алып ҡайтыу өсөн Рәсәй Оборона минисрлығында ҡағыҙҙарҙы раҫлатып, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә юлламаларҙы әҙерләп бирҙе. Ауыл советы хакимиәтенең элекке етәкселәре Рәфидә Әүлийәр ҡыҙы Исмәғилева, Рәфис Фоат улы Мөхйәров һәйкәлде яңынан төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнаштылар, финанс ярҙам күрһәттеләр. Шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Базы” ауыл хужалығы предприятиеһының генераль директоры Вадим Васильевич Соколов бар яҡлап та ярҙам итте. Район хакимиәте башлығы Реканс Фәнил улы Йәмәлиев паркты матурлауға тос өлөш индерҙе. Бөгөн унда балалар ғына түгел, йәштәр ҙә, өлкән быуын кешеләре лә шатланып йөрөй. Улар унда ял итергә, саф һауа һуларға, матурлыҡҡа һоҡланырға бара. Юл буйында урынлашҡас, юлсылар ҙа туҡтап ял итеп, һоҡланып үтә, – тип уртаҡлашты Саҡмағош районының Үрнәк ауыл биләмәһе башлығы Рәсимә Зәйнетдинова. Һәр кеше үҙ өлөшөн индерҙе Был эштә ауыл халҡы, эшҡыуарҙар берҙәм ҡатнашҡан, финанс ярҙам күрһәткән. Бюджет өлкәһендәге хеҙмәткәрҙәр һәм учреждениелар, ауыл биләмәһендә урынлашҡан барлыҡ халыҡ әүҙем сыҡҡан. Өмәләр уҙғанда 50-нән алып 100-гә яҡын кеше ҡатнашҡан көндәр ҙә була. Һәр кеше үҙ өлөшөн индерҙе. Быға тиклем төрлө сәбәптән төшөп ҡалған фамилияларҙы табып һәйкәлгә өҫтәгәндәр. “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә ҡала, сөнки улар – беҙҙең туғандар, атайҙар, бабайҙар. Әле лә һәйкәлдә эштәр тамамланмаған, сөнки яңы исемдәрҙе лә асыҡлап, тағы ла өҫтәргә кәрәк, тип уйлайбыҙ, – тип белдерҙе аблайҙар. Төҙөкләндереүҙе ойошторғанда Өфө ҡалаһында йәшәгән Аблай ауылы улдары, ейәндәре ярҙам иткән. Исемләп әйткәндә, Илвир Ләбиб улы Хәсәнов, Руслан Хәләф улы Ғабдуллин гранит нигеҙҙе эшләүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Рөстәм Мансур улы Йәһүҙин хәрби ҡоралдарҙы үҙ техникаһы менән алып ҡайтырға ярҙам иткән. Свердловск өлкәһендә йәшәгән Шөкөрөй Рифҡәт улы Сәләхов хәрби частарҙағы танышлығы, үткерлеге арҡаһында Бөйөк Ватан һуғышында, унан аҙаҡҡы локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ауылдаштарына бағышлап, хәрби ҡоралдар алып ҡайтыуға ҙур өлөш индергән. Парк биләмәһендә спорт майҙансығы ла бар Халыҡтың тырышлығы хакимиәт иғтибарынан да ситтә ҡалмаған: парк матур төҫ алғас, төҙөкләндереү тамамланғас, 1,5 миллион һумлыҡ грант бирелә. Был ярҙам бер мең кешенән күберәк йәшәгән Иҫке Ҡалмаш һәм Аблай ауылдарына күрһәтелә. Күмәк кешенең файҙа килтереүе бында ла күренә – Еңеү паркы ауылдың төп үҙәгенә әйләнде. Унан хәҙер кеше өҙөлмәй, балалар ҡайнашып тора. Алдағы йылдарҙа тағы ла матурланыр, тип уйлай ауыл халҡы. “Әйткәндәй, ошо урында ауылдың беренсе зыяраты булған, шуға ла ҡәҙерле был ер. Беҙ ошо хаҡта белеп, уны Аблай халҡы ла онотмаһын, тип йәшәйбеҙ, – тине Айҙар Ғабдуллин. Аблай ауылының Еңеү паркы биләмәһендә Башҡортостан Башлығы гранттары фондынан бирелгән саралар ярҙамында спорт комплексы ла асылған. Гранттар конкурсында ҡатнашыу өсөн был ауыл осраҡлы һайланмаған: унда спорт менән шөғөлләнгән, сәләмәт тормош алып барған кеше күп, даими рәүештә күмәк спорт саралары, фестивалдәр һәм конкурстар үткәрелә, “Айыҡ ауыл” конкурсында ла ҡатнашҡандар. – "Асыҡ спорт" республика партия проектының координаторы булараҡ, ауылдың әүҙем һәм спорт яратҡан халҡына, ауыл советына, китапхана хеҙмәткәрҙәренә һәм, әлбиттә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында еңгән “Тыуған ауылға спорт” проекты командаһына ихлас рәхмәт белдерәм. #СПОРТВРОДНОСЕЛО проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды аҡсаһына тормошҡа ашырылды, – тине БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “АиФ” компанияһы директоры, сығышы менән Күсәкәй ауылынан булған Фәрит Хөрмәтулла улы Ғиндуллин. Бай тарихлы урын – Тарихҡа күҙ һалғанда, Еңеү паркы 1967 йылдың 7 ноябрендә Бөйөк Октябрҙең 50 йыллығы хөрмәтенә асыла. Был ваҡиға Аблай ауылының һәм “Правда” колхозының көслө осоронда була. Ул ваҡытта хужалыҡ уңыш алыу буйынса республикала алдынғы урындарҙа килә. Мурманскиҙан вагон-вагон минераль ашламалар алып ҡайталар – ошо күрһәткес тә алдынғылыҡты сағылдыра, – тип һөйләне Айҙар Ғабдуллин. 1967 йылда паркта урынлаштырылған яугир-һалдат һәйкәленең тарихы ла бик фәһемле. Ул заманда, совет осоронда, һәйкәлдәр урынлаштырыуҙың үҙ тәртибе булған. Мәҫәлән, ғәҙәти ауылдарҙа обелисктар ҡуйылған, эрерәк ауылдарҙа – бюстар. Ә тулы буй-һынды һәйкәлдәрҙе иһә халҡы 100 меңдән артҡан ҡалаларҙа ғына урынлаштырғандар. Аблайҙың Еңеү паркында күкрәгенә автоматын ҡыҫып баҫып торған совет һалдатының үҙ тарихы бар. Уны Венгрияла урынлаштырырға тейеш булғандар, ләкин был илдең властары тәҡдимдән баш тартҡан. Ул осорҙа Аблайҙа бик көслө, белемле офицер-фронтовиктарҙан торған етәкселәр командаһы тупланған булған. Улар – колхоз рәйесе Вәли Кәбир улы Ҡадиров, партком секретары Нәзиф Сәлиғәскәр улы Кәбиров, ауыл советы рәйесе Фәрит Шакир улы Ғабдуллин һәм башҡалар. Ленинград фронтында һуғышҡан, блокаданы үткән һәм СМЕРШ органдарында хеҙмәт иткән Фәрит Ғабдуллинға был һәйкәлде дуҫы, илдә билдәле шағир Михаил Дудин тәҡдим итә. Бына шулай ҡоролма әллә ҡайҙа ятҡан Аблай ауылында урынлаштырыла. Ә инде 2015 йылда Фәрит Шакир улының туғаны Айҙар Наил улы, һәйкәлде яңыртыу һәм капиталь ремонт үткәреү эштәрен үҙ яуаплылығына алып, паркты яңырта – үҙенең шәхси бәйләнештәре аша унда һуғыш йылдарының ике ысын артиллерия ҡоралын килтереп урынлаштырыуға өлгәшә. Шулай итеп, Аблайҙың Еңеү паркында 2021 йылда яңыртылған һәйкәл дә, һуғыш осоро ҡоралдары һәм яугирҙәрҙең исеме яҙылған мәрмәр таҡтаташ та бар кешелеккә ошо тормоштоң ҡәҙерен белергә, Ватан өсөн үҙҙәрен ҡорбан иткән ҡаһарман йөрәкле ата-бабаларыбыҙҙың батырлыҡтарын хәтерҙә тоторға, тыуған еребеҙҙе һаҡлау өсөн ниндәй ҡорбандар һалыныуы тураһында иҫебеҙгә төшөрөп, илһөйәрлеккә өндәп тора. Тимәк, республика ғәҙел юлдан бара. Республикала төҙөкләндереүгә иғтибар ҙур Ысынлап та, 2019 – 2024 йылдарҙа республиканың ҡала һәм ауылдарында йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү, реновациялау буйынса ҙур эш башҡарылды, ул эш әле лә дауам итә. Күп проекттар федераль саралар йәлеп итеү иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Был – республикалағы идара итеү командаһының ентекле һәм көндәлек хеҙмәте һөҙөмтәһе. Республикалағы бөтә проекттар ҙа халыҡтың ярҙамы, йәмәғәт мөхитен булдырыуҙа әүҙем ҡатнашыуы аша тормошҡа ашырыла. Уларҙың күбеһе тарихи һәм архитектура йәһәтенән иҫтәлекле урындары һаҡлауға йүнәлтелгән, уңайлы йәмәғәт мөхитен булдырыу өсөн уларҙың мөһимлеген күрһәтә. Уларҙа экологияны, энергия һөҙөмтәлелеген, ҡала мөхитендә тотороҡлолоҡто яҡшыртыуға йүнәлтелгән инновациялы ҡарарҙар ҡулланыла. Шуны ла билдәләргә үтергә кәрәк, яңы һәм яңыртылған парктарҙың проекттары бер-береһенә оҡшамаған, шул уҡ ваҡытта республикала йәшәгән төрлө халыҡ һәм конфессияларҙың традициялары, менталитеты иҫәпкә алынған. ФЕКЕР Нафиға ҒАБДУЛЛИНА, ветеран-уҡытыусы: – Паркты төҙөкләндереүҙә ауылдаштарҙың ҡатнашыуы ҡыуаныслы хәл булды. Элек балалар өсөн уйын майҙансыҡтары ҡалаларҙа ғына булһа, хәҙер ауылдарҙа ла барлыҡҡа килә башланы, был бик шатлыҡлы күренеш. Еңеү паркы биләмәһендә урынлашҡан спорт майҙансығының балаларҙың, йәштәрҙең йыйылышып аралашыу урынына әйләнеүе лә ҡыуаныслы. Парк эргәһенән үткән һайын уға ҡарап һөйөнәм. Барлыҡ мөһим иҫтәлекле ваҡиғалар ҙа ошо урында башлана. Радим СӘЛӘХОВ: – Тыуған ауылым Аблайға ҡайтҡан һайын Еңеү паркына барып, ял итеп ҡайтам. Ауылыбыҙҙың матурлана, төҙөкләнә барыуына шатмын. Хәҙер йәштәр өсөн генә түгел, өлкән быуын вәкилдәренә лә уңайлы ял урыны барлыҡҡа килеүе ҡыуаныслы. Рәсимә ЗӘЙНЕТДИНОВА, Саҡмағош районының Үрнәк ауыл биләмәһе башлығы: – “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк программаһы буйынса районда ике ауылда – Иҫке Ҡалмашта һәм Аблайҙа Еңеү парктары төҙөкләндерелде. Беҙҙең Аблайҙағын ағас баҫҡайны. Ауылдаштар, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары менән өмәләр ойоштороп, бергә таҙарттыҡ. Ә инде “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” төбәк программаһы буйынса бүленгән аҡсаға ул тулыһынса төҙөкләндерелде. Ғөмүмән, Радий Хәбиров эшләгән осорҙа республикала йәмәғәт киңлектәрен булдырыу һәм яңыртыу, халыҡ өсөн уңайлы шарттар, мөхит тыуҙырыу йүнәлешендә күп эш башҡарыла. Был ыңғай үҙгәрештәрҙе үҙебеҙҙең ауылдарҙа ла күрәбеҙ. Шулай уҡ “Реаль эштәр” проекты буйынса мәктәп алды яңыртылды, клубтың нигеҙе нығытылды, ауыл урамдары яҡтыртылды һәм башҡалар. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса ла халыҡ мәнфәғәттәренә яуап биргән проекттар ғәмәлгә ашырыла. Республика Башлығы булдырған “Атайсал” проекты беҙҙә бик уңышлы бара, күләмле эштәр атҡарыла. Үрнәк ауыл биләмәһе хакимиәте һәм автор фотолары. Шулай уҡ спорт майҙансығын асыу буйынса фотолар Фәрит Ғиндуллиндың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән алынды.