Беҙ Балаҡатай тарафтарына командировкаға килгәндә Яңы Балаҡатай ауылы почтальоны Марина Петухова янына мотлаҡ почтаға инеп, күреп, һөйләшеп сығабыҙ. Марина Аркадьевна билдәләүенсә, район үҙәгендә йәшәү теүәлеккә өйрәтә, тәртипкә күндерә. Ул "Башҡортостан" республика гәзитен дә, бүтән баҫмаларҙы ла ҡабул итеп алыу менән юлға сыға, уларҙы таратыуҙы бер ҡасан да һуңыраҡ ваҡытҡа ҡалдырмай. Хатта кешеләр уянғансы, таң менән менән эште башлағаны ла бар. – Таң әтәстәре менән бергә торорға күнеккәнмен, шулай итһәң, һәр йәһәттән дә отошло, – ти Марина Петухова. – Балаҡатайҙар китап та ярата, ваҡытлы матбуғат менән дә дуҫ. Почтаольондың сумкаһы, тимәк, минеке, һәр саҡ тулы йөрөй. Фото Марина Петухованың шәхси архивынан.