Найти тему
Башҡортостан гәзите

Опера йырсыһы Асҡар Абдразаҡовҡа - 55 йәш

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрының художество етәксеһе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡовҡа бөгөн 55 йәш тула. Билдәле опера йырсыһы Өфө ҡалаһында Тәскирә менән Әмир Абдразаҡовтарҙың ижади ғаиләһендә тыуып үҫкән. Әсәһе – рәссам, атаһы – башҡорт театр актёры, кинорежиссёр. Өфө дәүләт сәнғәт институтында профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлай, 1991 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында эш башлай һәм Мәскәү консерваторияһында СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Ирина Архипова класы буйынса аспиратурала белемен дауам итә. Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Асҡар Әмир улын коллегалары һәм ижадын һөйөүсе тамашасылар ҡотлай, араларында Рәсәйҙең халыҡ артистары Лев Лещенко менән Александр Маршал да бар. Юбилей концертын танылған бас 23 октябрҙә Мәскәүҙә Кремль һарайының Ҙур залында үткәрергә йыйына. Асҡар Абдразаҡов башҡарыуында "Бейеш" башҡорт халыҡ йырын тыңларға тәҡим итәбеҙ. Ҡурайҙа - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Биксурин. Был видео быйыл Әмир Абдразаҡовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған кисәлә төшөрөлгән. Видео: тележурналист Айгөл Усманованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән. Фото: Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сайтынан.