Найти тему
Башҡортостан гәзите

Оҙайлы ваҡытҡа аҡса туплау программаһын файҙаланығыҙ

Аҡса йыя белмәйһегеҙме? Оҙайлы срокка туплау программаһын – 15 йылдан өҫтәмә килем алырға мөмкинлек биргән йәки айырым тормош хәлендә «хәүефһеҙлек мендәренә» әйләнәсәк аңлайышлы һаҡлыҡ продуктын файҙаланығыҙ. Төп килем ҡиммәтле ҡағыҙҙар иҫәбенә формалаша, уларға программала ҡатнашыусыларҙың аҡсаһы ирекле иғәнә итеп һалына. Программа операторҙары - Рәсәй Банкы контролдә тотҡан Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондтары. Әсәйҙәр өсөн был мөһим: оҙайлы срокка аҡса йыйыу килешеүен бала файҙаһына төҙөргә була - шулай итеп, уны уҡытыуға йәки балаға фатир һатып алыуға тупларға мөмкин. Был түләүҙәр бала бәлиғ булғандан һуң бирелә. Ә һеҙ балаларығыҙҙың киләсәгенә нисек аҡса туплайһығыҙ? Яҙығыҙ, тәжрибәләрегеҙҙе комментарийҙарҙа көтәбеҙ.