Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡомһоҙораҡ була баралар

Мутлашыусыларҙың алдағына ҡапҡан кешенең береһе - Өфөнән 23 йәшлек егет. Уға ят кеше шылтыратып, уның исеменә «кредит алырға маташалар» тип иҫкәртә һәм аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн уны «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә кәрәклеген аңлата. Егет билдәһеҙ кешенең күрһәтмәһен үтәп, 1 миллион 320 мең һум аҡсаһын юғалта. Икенсе осраҡ Стәрлетамаҡтан 65 йәшлек пенсионер ҡатын менән булған. Башта ҡатынды инвестицияға аҡса һалырға күндерәләр, әммә һуңынан уға «компания банкротлыҡҡа төштө» тип хәбәр итәләр. Мутлашыусы зыянды бүләк акциялары менән ҡапларға тәҡдим итә, ә уларҙы асыу өсөн «инвестиция янсығын бүләк аҡсаһына тиң суммаға тулыландырырға» кәрәк була. Пенсионер ҡатын йәнә аҡса күсерә. Дөйөм алғанда, ҡатын енәйәтселәргә миллион һумдан ашыу аҡса ебәргән. Был факттар буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған, тип хәбәр итә БР Эске эштәр министрлығың матбуғат хеҙмәте. Бынан алда, клиенттарының зомби кеүек йөрөүҙәренә шикләнеп, Өфөләге банк хеҙмәткәрҙәренең полиция саҡырыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/proishestviya/2024-07-11/zhiteley-bashkirii-za-sutki-obmanuli-na-shest-millionov-rubley-3844925 Автор фотоһы.