"Йондоҙло" парҙарҙың тормошо күптәр өсөн ҡыҙыҡ күренә. Улар үҙҙәре лә һәр бер яңылығы менән социаль селтәрҙәрҙә уртаҡлашып барырға, шуның менән аудиторияны йәлеп итергә тырыша. Билдәле йырсы пар - Әлиә менән Ришат Төхвәтуллиндарҙың улы тыуыуы, уға Әлим тип исем ҡушыуҙары тураһында хәбәр иткәйнек. Әле бына ошо көндәрҙә бәләкәс ҡартатаһы менән нәнәйе янына ҡунаҡҡа ҡайтҡан. Ололарҙың шатлығының сиге юҡ! Ҡартатай кеше ейәнен һөйөп туя алмай, ә нәнәй "Бигерәк аҡыллы бит!" тип һоҡлана. Уларҙың янында бәхетле әсәй Әлиәнең дә йылмайған йөҙө күренеп ҡала. Кескәй Әлимгә һау-сәләмәт үҫеп китеүен, атай-әсәй, ҡартатай-нәнәйҙәренең шатлыҡ-ҡыуанысы булып йәшәүен теләйбеҙ! Фото: видеонан скриншот. Видео: социаль селтәрҙәге "Татар эстрадаһы" төркөмөнән.