Өфө ҡалаһының конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик инициативалар агентлығы директоры Светлана Чупшева инвестицион климатты яҡшыртыу йәһәтенән эшлекле кәңәшмә уҙғарҙы. – Агентлыҡтың инициативалары – милли социаль инициатива, төбәк социаль стандарт, йәшәйеш сифатының рейтингы, сәнәғәт туризмы – былар төбәктең потенциалын асыу өсөн көслө этәргес, Президент Владимир Владимирович Путин ҡуйған бурыстарҙы бойомға ашырыу буйынса ҙур ярҙам, – тине Радий Хәбиров. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәсәйҙең бүтән төбәктәре шикелле беҙ ҙә инвестицион үҫешкә йүнәлеш алғанбыҙ. Былтыр Башҡортостан милли рейтингта өсөнсө урынды алған. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.